Линда Бак
Линда Бак (ингл. Linda B. Buck; 29 ғинуар 1947 йыл, Сиэтл, Вашингтон) — Америка биологы, «еҫ һиҙеү рецепторҙарын һәм еҫ һиҙеү ағзалары системаһының ойошторолоуын» тикшергән өсөн физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (2004). Линда Бак лабораторияһы эшләгән ысул ярҙамында асыҡланыуынса, һиҙеү системаһы еҫтәрҙе кодлауҙың ҡатнаш һыҙмаһын файҙалана. Вашингтон университетын тамамлай һәм 2003 йылдан шунда уҡ уҡыта. 2006 йылда биолог Roger Brent'ҡа кейәүгә сыға.
АҠШ-тың Милли фән академияһы (2003) һәм National Academy of Medicine (2006) ағзаһы. Америка сәнғәт һәм фән академияһы (2008) һәм Америка фән үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы ағзаһы. Гарвард университетының почётлы докторы (2015). Лондон Король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (2015).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1996 — Розенстил премияһы
- 2002 — Нейронаучная премия Перла−UNC[en]
- 2003 — Гайднерҙың халыҡ-ара премияһы
- 2004 — физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты
Иҫкәрмәләр
- ↑ Linda B. Buck // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Linda Buck // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ NNDB (ингл.) — 2002.
Һылтанмалар
- Бак // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 668. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Информация с сайта Нобелевского комитета (инг.)(инг.)
- Линда Бак. Биография на сайте n-t.ru
- Linda B. Buck — Curriculum Vitae (инг.)(инг.)