Лихославльский районы

Лихославльский районы — Рәсәй территорияһындағы Тверь өлкәһенең административ-территориаль берәмеге (районы) һәм муниципаль берәмеге (муниципаль районы).

Административ үҙәге — Лихославль ҡалаһы.

Географияһы

Майҙаны — 1781 км².

Район өлкәнең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм түбәндәге райондар менән сиктәш:

  • төньяҡта — [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Максатихинский_район Максатихинский районы менән,]
  • көнсығышта — Рамешковский районы менән,
  • көньяҡ-көнсығышта — Калинин районы менән,
  • көньяҡ-көнбайышта — Торжок районы менән,
  • көнбайышта — Спиров районы менән.

Төп йылғалары — Медведица, Кава, Тифина (Тихвинка).

Тарихы

1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем район территорияһының яртыһына яҡыны Новоторжский өйәҙенә ингән. Башҡа өлөштәре Тверь губернаһының Вышневолоцк, Бежец һәм Тверь өйәҙҙәренә ҡарай.

Лихославльский районы 1929 йылдың 12 июлендә Мәскәү өлкәһе Тверь округы составында ойошторолған. Район составына Новоторжский өйәҙенең Калашниковский, Лихославльский һәм өлөшләтә Новоторжский улустарының, шулай уҡ Тверь өйәҙенең Волховский, Залазинский һәм Первитинский улустары биләмәләре ингән.

1930 йыл башына Лихославльский районына түбәндәге: Анциферовский, Барановский, Больше-Плосковский, Бухоловский, Вескинский, Винокольский, Вышковский, Горшковский, Губский, Дубихинский, Зайковский, Захарьинский, Звягинский, Золотихинский, Иванцевский, Кавский, Калашниковский, Кузовинский, Лазаревский, Микшинский, Михайло-Горский, Октябрьский, Сташковский, Парфеновский, Первитинский, Поторочкинский, Рыкушкинкий, Селезнихинский, Селищенский, Сосновицкий, Сошниковский, Стрешковский, Тимошинский, Трубинский, Хмельниковский һәм Чашковский ауыл советтары ингән.

1931 йылдың 15 февралендә Калашниково эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килгән, ә Калашниковский ауыл советы юҡҡа сығарылған[4].

1935 йылдың 29 ғинуарында Лихославльский районы Калинин өлкәһенә ингән. Хәҙерге райондың төньяҡ өлөшө 1929—1956 йылдарҙа Новокарельский районына (1935 йылға тиклем — Толмачёвский районы) ингән булған.

Коллективлаштырыу нигеҙгә 1934 йылға тамамланған. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары етенселек һәм һөт малсылығы булған.

С июль 1937 йылдың июленән Лихославльский һәм Новокарельский райондары 1939 йылға саҡлы йәшәп килгән Карел милли округы составына ингән булған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Лихославльский районы оккупацияланмаған, әммә предприятиелар һәм колхоз малы эвакуацияланған. Районға дошмандың бомбаға тотоуынан ҙур зыян килгән.

1963 йылда Лихославльский районы Торжок районы составына индерелгән, ләкин 1964 йылда яңынан тергеҙелгән.

Халҡы

10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
1989
2011
2016
2021
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Лихославль ҡалаһы һәм ҡала тибындағы Калашниково ҡасабаһы) райондың 61,26 % халҡы йәшәгән.

Гендер составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 30 079 (13 537 ир-егет һәм 16 542 ҡатын-ҡыҙ).[5] кеше тәшкил иткән.

Милли составы

Милли составы: урыҫтар һәм карелдар. Тверь карелдары халыҡтың 16 % тәшкил итә.

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

2006 йылдан Лихославльский районында ике ҡала һәм алты ауыл биләмәһе составында 248 тораҡ пункт иҫәпләнә: С 2006 года в Лихославльском районе 248 населённых пунктов в составе двух городских и шести сельских поселений:

Ҡала һәм ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәгеТораҡ
пункттар
һаны
ХалҡыМайҙаны,
км2
1Ҡала биләмәһе Лихославль ҡалаһыЛихославль ҡалаһы411 855[6]16,15[7]
2Ҡала биләмәһе Калашниково ҡасабаһыКалашниково (Тверь өлкәһе) ҡала тибындағы ҡасаба14428[6]4,39[7]
3Вёскинский ауыл биләмәһеВёски ауылы (Лихославльский районы)382896[8]244,54
4Кавский ауыл биләмәһеКава ауылы (Тверь өлкәһе)411667[8]253,25
5Микшинский ауыл биләмәһе (Тверь өлкәһе)Микшин ауылы (Лихославльский районы)321085[8]278,79[7]
6Сосновицкий ауыл биләмәһеСосновицы ауылы (Лихославльский районы)501442[8]395,82
7Станский ауыл биләмәһеСтан ауылы (Лихославльский районы)26754[8]186,23[7]
8Толмачёвский ауыл биләмәһе (Тверь өлкәһе)Толмачи ауылы561375[8]404,26[7]

Тверь өлкәһенең 2017 йылдың 17 апрелдә ҡаул ителгән 24-ЗО-сы һанлы Законы буйынса[9] ҡушыу юлы менән, түбәндәге муниципаль берәмектәр үҙгәртелде:

  • Первитинский һәм Кавский ауыл биләмәләре Кавский ауыл биләмәһе итеп берләштерелде;
  • Ильинский ауыл биләмәһе (Лихославльский районы), Крючковскй һәм Вескинский ауыл биләмәләре Вёскинский ауыл биләмәһе итеп берләштерелде;
  • Барановский (Тверь өлкәһе) һәм Сосновицкий ауыл биләмәләре Сосновицкий ауыл биләмәһе итеп берләштерелде.

Иҡтисады

2007 йылда сәнәғәткә дөйөм суммаһы 2,9 миллиард һумлыҡ тауарҙар бушатылған, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған.

Транспорты

Лихославлдән Новый Стан (11.45;17.45) һәм Лисицыно (15.00) ауылдарына автобустар йөрөй.

Ленинград вокзалынан Мәскәүҙән Лихославлгә тиклем тиклем электричкалар йөрөй.

Мәҙәниәте

Иҫтәлекле урындары

Район менән бәйле кешеләр

  • Зорин Иван Васильевич — 1998 йылда беренсе Смоленск өлкәһе[12]"Лихославльский районының почётлы гражданы".Духовщина ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst28/DBInet.cgi?pl=8006001
  3. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  4. Справочник по административно-территориальному делению Московской области 1929-2004 гг.. — М.: Кучково поле, 2011. — 896 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-9950-0105-8.
  5. Сайт переписи населения России 2002. Архивировано 25 август 2011 года. 2004 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
  6. 1 2 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
  7. 1 2 3 4 5 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; 28_8006001 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. 1 2 3 4 5 6 Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2021. Архивировано 2 май 2021 года.
  9. Закон Тверской области от 17.04.2017 № 24-ЗО "О преобразовании муниципальных образований Лихославльского района Тверской области и внесении изменений в Закон Тверской области «Об установлении границ муниципальных образований, входящих в состав территории муниципального образования Тверской области „Лихославльский район“, и наделении их статусом городского, сельского поселения»
  10. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 Всероссийская перепись населения 2010 года. Населённые пункты Тверской области
  11. 1 2 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  12. Зорин Иван Васильевич — Почетный гражданин Лихославльского района. Люди. Kalashnikovo.ru (27 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2015. Архивировано 29 декабрь 2015 года. 2015 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.

Категориялар