Макаренко Илона Анатольевна

Макаренко Илона Анатольевна (рус. Макаренко Илона Анатольевна; 1968 йылдың 8 феврале, Өфө) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2007). Профессор (2008). Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры (2009—2019). Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе (2019—2023). Өфө фән һәм технологиялар университетының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры (2023 йылдан). Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2021), Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2022). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2024)

Биографияһы

Илона Анатольевна Макаренко 1968 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Юридик факультетында ала (1992). Хеҙмәт юлын ошо уҡ уҡыу йортоноң криминалистика һәм суд экспертизаһы кафедраһында башлай. Дәғүә итеүсе, ассистент, өлкән уҡытыусы (1995—1999), доцент (1999 йылдан), криминалистика кафедраһы мөдире була (2005 йылдан).

1998 йылда Урал дәүләт юридик академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2007 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2008 йылда профессор исемен ала.

2009—2019 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры булып эшләй. 2013 йылдан Һарытау дәүләт юридик академияһы базаһында ойошторолған Волга буйы федераль округының Мәғариф буйынса уҡыу-методик советы президиумының юриспруденция өлкәһендәге ағзаһы[1].

2019—2023 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе[2].

2023 йылдың 22 декабрендә Өфө фән һәм технологиялар университетының өҫтәмә белем буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

200-ҙән ашыу фәнни баҫма, шул иҫәптән монографиялар, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы. Уның етәкселегендә 10 — кандидатлыҡ, бер докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

  • «Тактика допроса несовершеннолетнего обвиняемого» (2001);
  • «Личность несовершеннолетнего обвиняемого как объект криминалистического исследования» (2006);
  • «Теоретические основы криминалистического учения о личности несовершеннолетнего обвиняемого» (2006);
  • «Криминалистика» (2011, авторҙаш).

«Правовое государство: теория и практика» юридик журналының мөхәрририәт советы рәйесе, «Южно-Уральские криминалистические чтения» фәнни мәҡәләләр йыйынтығының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2024)<ref name="mk">Экс-председатель ЦИК Башкирии получила орден из рук Радия Хабирова. МК Уфа (18 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.>;
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы (2013);
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың почёт билдәһе (2020);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2021);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2022);
  • «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2022);
  • Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

  1. Макаренко Илона Анатольевна (12 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  2. Право на выбор. Республика Башкортостан (16 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  3. В Уфимском университете новый проректор по дополнительному образованию (23 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.

Һылтанмалар