Маликов Мортаза Нурғәле улы

Маликов Мортаза Нурғәле улы (15 февраль 1927 йыл — 5 июль 1996 йыл) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[1], БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.

Биографияһы

Мортаза Нурғәле улы Маликов 1927 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Яуымбай ауылында тыуған.

1952 йылда Учалы тракторсылар курсын тамамлай һәм Бөрйән МТС-ында эш башлай. 1960 йылда — бригадир, 1976 йылда — Яуымбай станцияһында электрик, 1974—1987 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозында тракторсы-механизатор булып эшләй.

1957 йылда Мәскәүҙә СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сығанаҡтар

  • Бурзянская энциклопедия[2]

Иҫкәрмәләр

  1. КАВАЛЕРЫ ОРДЕНА ТРУДОВОГО КРАСНОГО ЗНАМЕНИ
  2. Маликов Муртаза Нургалиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 332. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.