Манжигеев Сергей Степанович

Сергей Степанович Манжиге́ев (1935 йылдың 6 феврале, Улан-Удэ, Көнсығыш-Себер крайы[d]2011 йылдың 31 июле, Улан-Удэ) — совет һәм Рәсәй композиторы. 1962—1968 йылдарҙа һәм 1985 йылдан — Улан-Удэ музыка училищеһы (сәнғәт колледжы) уҡытыусыһы, 1992—1994 йылдарҙа — директоры. 1964 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең (1992) һәм Бүрәт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бүрәт Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты.

Биографияһы

Манжигеев Сергей Степанович 1935 йылдың 6 февралендә Бүрәт-Монгол АССР-ының Улан-Удэ ҡалаһында тыуған[1].

Музыкала үҙ юлын Сергей тәү башлап Пионерҙар йортонда тынлы оркестрҙа башлай. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Улан-Удэ музыка училищеһына кларнет (рус.)баш.класына уҡырға инә.

1962 йылда Свердловск ҡалаһында М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһын тамамлай, композиция класы буйынса уҡытыусыһы — H. М. Хлопков. Студент йылдарында уҡ композитор булараҡ музыкаль әҫәрҙәр ижад итә башлай[1].

1962—1968 йылдарҙа Улан-Удэ музыка училищеһында уҡыта. 1968 йылда Бүрәт АССР-ы Композитоҙар союзының яуаплы секретары итеп һайлана[2].

Сергей Степанович Манжигеев композиторҙарға ярҙам итеүҙе, улар менән тәжрибә уртаҡлашыуҙы үҙ бурысы тип һанай. Уның етәкселегендә республиканан сит өлкәләрҙә билдәлелек яулаған композиторҙар бихисап: мәҫәлән, Юрий Ирдынеев, Виктор Усевич, Лариса Санжиева, Екатерина Олерская. Улар бөтәһе композиция (рус.)баш. класы буйынса Манжигеевтың уҡыусылары. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң музыка колледжында уҡытыуын дауам итә[2].

Сергей Манжигеев ҡаты ауырыуҙан һуң 2011 йылдың 31 июлендә Улан-Удэ ҡалаһында вафат була[3][4][5].

Ижады

Сергей Манжигеев байтаҡ симфоник әҫәрҙәр яҙа. Улар араһында — «Геройҙар иҫтәлегенә» симфоник поэмаһы, «Дуҫлыҡ» симфоник увертюраһы һәм башҡалар. Уның музыкаһы ябайлығы һәм моңо менән айырылып тора.

Әммә иң ҙур билдәлелекте һәм данды уға йырҙар алып килә, уның йырҙарын бүрәт йырсылары ҙур теләк менән башҡара, уларҙы халыҡ ярата. Ц.-Ж. Жимбиев һүҙҙәренә «Шамхандаа» («Һиңә табан»), Ц. Д. Дондокова һүҙҙәренә «Дэлхэй минии альган дээр» («Устарымдағы донъя»), С. Ангабаев һүҙҙәренә «Яаралтай харгы» («Етеҙ юл») йырҙары айырыуса ҙур популярлыҡ яулай.

Сергей Манжигеев оҙаҡ йылдар «Байкал» бейеү һәм йыр ансамбле менән хеҙмәттәшлек итә. Был коллектив өсөн ул бейеү номерҙарын ҡуя («Юл башлаусылар», «Батырҙар бейеүе», «Байкал сәскәһе», «Ҡурсаҡтар бейеүе»). Ансамбль менән ул бөтә илде тиерлек үтеп сыға[2].

Композиторҙың ижады сит ерҙәрҙә Бүрәт Республикаһы халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән таныштыра, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1962 йылдан — Бүрәт АССР-ы Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1974 йылдан 1984 йылға тиклем — Бүрәт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре — сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[7];
  • Бүрәт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
  • Бүрәт Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты.

Хәтер

  • 2020 йылдың сентябрендә Улан-Удэ ҡалаһының Стеклозавод биҫтәһендә урынлашҡан 13-сө Балалар сәнғәт мәктәбенә композитор С. С. Манжигеев исеме бирелә[8][5];
  • 2021 йылдың апрелендә Улан-Удэ ҡалаһында Еңеү проспектындағы композитор йәшәгән 11-се йорт стенаһына Сергей Манжигеев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Манжигеев Сергей Степанович. Биографическая энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 К 85-летию С. С. Манжигеева. Муниципальное автономное учреждение дополнительного образования «Детская школа искусств № 13 им. С. С. Манжигеева» г.Улан-Удэ. Официальный сайт (6 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. (рус.)
  3. Бурятия прощается с композитором Сергеем Манжигеевым. Сетевое издание «Байкал24». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026.
  4. В Бурятии умер композитор Сергей Манжигеев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. Архивировано 24 апрель 2018 года.
  5. 1 2 В Улан-Удэ детской школе искусств №13 присвоили имя композитора Сергея Манжигеева. Министерство культуры Республики Бурятия. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. (рус.)
  6. Персоналия: Манжигеев. Сайт «Музыкальная культура Сибири». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026.
  7. Указ Президента Российской Федерации «О присвоении почетных званий Российской Федерации творческим работникам»«». Сайт pravo.gov.ru (20 октябрь 1992). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. (рус.)
  8. Детской школе искусств №13 в Улан-Удэ присвоили имя композитора Сергея Манжигеева. Информационное агентство «Байкал Медиа Консалтинг» (22 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026.
  9. Состоялось открытие мемориальной доски в честь Сергея Манжигеева. ARD: портал деловой информаци (29 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2026. (рус.)