Марков Александр Иванович

Александр Иванович Марков (1980 йылдың 5 сентябре, Өфө) — Рәсәйҙең шәхси эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

Биографияһы

Марков Александр Иванович 1980 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында тыуған[1].

Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) ала[2].

Хеҙмәт юлын 2001 йылда «„Трибоника“ фәнни-етештереү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтендә менеджер (рус.)баш. булып башлай. Артабан шунда уҡ лаборант-химик булып эшләй[1].

2006—2012 йылдарҙа «Янус-Өфө» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең сауҙа селтәрҙәрен үҫтереү буйынса менеджер, сауҙа участкаһы етәксеһе була[2].

2012 йылдан — «Импост» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең финанстар буйынса директоры, 2013 йылдан — генераль директоры[1].

2016 йылдан — шәхси эшҡыуар булып теркәлә[2].

2023 йылдан Рәсәй Либераль-демократик партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән Берҙәм республика һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға депутат итеп һайлана[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:

  • Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ағзаһы[3];
  • Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссия ағзаһы[4];
  • ЛДПР Сәйәси партияһы — Рәсәй Либераль-демократик партияһының Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[5].

Ғаиләһе

Өйләнгән, тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Марков Александр Иванович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 Марков Александр Иванович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  3. Комитет по жилищной политике и инфраструктурному развитию. Марков Александр Иванович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  4. Комиссия Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по противодействию коррупции. Марков Александр Иванович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
  5. Состав фракции Политической партии ЛДПР – Либерально-демократической партии России в Государственном Собрании — Курултае Республики Башкортостан. Марков Александр Иванович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)