Мин йәйҙе нисек үткәрҙем
«Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» — мәктәптә инша яҙыуҙың традицион темаһы[1]. Йәйге каникулдар темаһына уйҙарҙы һәм хис-тойғоларҙы күрһәткән яҙма эш[2]. Ғәҙәттә, бындай темаға иншалар яңы уҡыу йылы башында яҙыла.
Тарихы
Тикшеренеүҙәргә ярашлы, «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» темаһына иншалар Рәсәйҙә 1900 йылдарҙа барлыҡҡа килә[3].
1920 йылдарҙа уҡыусылар өсөн бындай тематиканы совет педагог-новаторы Станислав Шацкий (рус.)баш. ҙа хуплай[4].
Совет һәм Рәсәй мәктәптәрендә тема традиционға әйләнә.
2022 йылда Ҡырым Республикаһы педагогтары уҡытыусылар араһында «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» тигән темаға иң яҡшы иншаға конкурс ойоштора. Унда тотош Рәсәйҙән уҡытыусылар ҡатнаша. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була[5].
2024 йылда Балалар тауарҙары, эштәре һәм хеҙмәттәрен етештереү ассоциацияһы рәйесе Михаил Ветров Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцовҡа «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» темаһына инша яҙыуҙы ҙур булмаған видеороликтар менән алмаштырыға тәҡдим итә. Уны балалар йәйге ял дауамында төшөрә ала[6].
Тасуирлама
Традиция булараҡ, уҡыусылар «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» иншаһын сентябрҙә, уҡыу йылының беренсе көндәрендә яҙа.
Ижади эш темаһы комплекслы, изложениеға яҡын — йәнле. Ул аныҡ жанр — һүрәтләү («Урманда прогулка»), һүрәтләмә («Минең яратҡан уйынсығым») йәки фекерләү («Мин кем булырға хыялланам») менән билдәләнмәй, ә бер юлы бер нисә жанрҙы үҙ эсенә ала[7].
Ижади яҙма эш һүрәтләүҙең иреклелеге, хәл-торошто асып биреү, һөйләш теленә йүнәлеш алыу менән ҡылыҡһырлана[8].
Ғәҙәттә, уҡыусылар ҡылым ҡуллана: йөҙөргә өйрәндем, диңгеҙгә барҙым, өләсәйемдә ҡунаҡ булдым, этемде дрессировкаланым, дуҫтарым менән урамда уйнаным, урманда бәшмәк йыйҙым, йәйге лагерҙа ял иттем, тауҙарҙы күрҙем, диңгеҙҙә һыу индем, күрше Вика менән дуҫлаштым, ҡустымды ҡараным һ.б.[9]. Шулай уҡ эпитеттар[10], сағыштырыуҙар, гиперболалар һәм нәфис һүрәтләүҙең башҡа саралары ҡулланыла.
Тикшеренеүҙәр
Тикшеренеүҙәргә ярашлы, был темаға иншаны уҡыусылар беренсе тапҡыр икенсе синыфта яҙа[10]. Филолог Александра Бовчар фекеренсә, 11 йыл эсендә уҡыусыларға үҙҙеренең йәйге каникулы тураһында кәмендә 8 тапҡыр һөйләү эше бирелә[10].
Үҙенең мәҡәләләренең береһендә Бовчар:
Үткәргән йәйең тураһында инша — йомғаҡ яһау һәм хәтерҙе төйнәүгә йүнәлтелгән, текст яҙып, балаларҙың яңы кисерештәргә күсеп китеүенә өмөтләнгән педагогик алым,
- тип белдерә. Психолог, педагог һәм публицист Людмила Петрановская (рус.)баш. әйтеүенсә, йәйге ял тураһында инша[1]:
Балаларға эс бушатыу, «рәсми рәүештә» тәьҫораттар менән бүлешеү һәм теманы ябыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, әҙерлекһеҙ, тексты үҙ аллы төҙөү хәл-торошто (уҡытыусы өсөн) экспресс-диагностикалау ролен үтәй, бер үк ваҡытта эш торошона индереү өсөн (балаларға) шок терапияһын да башҡара. Нигеҙҙә, инша: ял тамамланды, алда ҙур эш көтөүен, зиһенде туплап эшкә тотоноуҙы аңлатҡан йола, символик ғәмәл була.
Педагог Юлия Леонова, йәйге каникулдар тураһындағы инша «белем биреүҙе белемде формаль тикшереүҙән түгел, ә бала уны башҡарып стресс кисермәҫлек еңеләйтелгән күнекмәнән башларға ярҙам итә», тип иҫәпләй[11].
Уҡытыусы Алёна Жукова, бындай эштәрҙе педагогтар уҡыусыларҙың грамоталылығын тикшереү йәки баһа ҡуйыу өсөн түгел, ә «оҙаҡҡа айырылып торғандан һуң педагог менән уҡыусының яҡынайтыу, йәш авторҙың матур хәтирәләргә бирелеп, оҙайлы тәнәфестән һуң уҡыуға инеп китеү стресын кәметеү ысулы итеп ҡуллана»[11].
Структураһы
- Инеш — буласаҡ фекерләү темаһын асыҡлай. Ул иншаның дөйөм атмосфераһы менән таныштыра һәм йәй көнө булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра. Төп бурыс — иғтибарҙы йәлеп итеү һәм материалды артабан һөйләүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
- Тҡп өлөш — структура өлөшө, унда йәйге осорҙоң төп, иң сағыу ваҡиғалары тасуирлана: яңы ҡалаларҙы йәки илдәрҙе күреү, дуҫтар менән походтар, ҡыҙыҡлы экскурсиялар, байрамдар йәки фестивалдәр. Ваҡиғалар ғына түгел, күргәндәрҙән алған тәьҫораттар һүрәтләнә.
- Йомғаҡлау — йомғаҡлау өлөшө, ғәҙәттә, авторҙың йәйге ялынан яһалған һығымталарынан тора, кисерелгән ваҡиғаларҙың әһәмиәте һәм тәжрибә һыҙыҡ өҫтөнә алына[12].
Мәҙәниәттә сағылышы
1963 йылғы «Маленькие рыцари» балалар нәфис фильмында йәш уҡытыусы уҡыусыларын уларҙың йәйге каникулдары тураһындағы иншаларын тикшергәндән һуң яҡшыраҡ аңлай һәм уларға яяҡыныраҡ була.
1978 йылғы «Новые приключения капитана Врунгеля» совет нәфис фильмында инглиз теле дәресендә уҡытыусы уҡыусыларға «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» — «The summer holiday» темаһына инша яҙырға ҡуша. Пионера Вася Лопотухиндың фантазиялары фильмдың сюжетын тотошлайы менән тигәндәй алып тора.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Л. Петрановская. «Как я провёл лето» по-новому // Русский язык. — Издательский дом «Первое сентября», 2001. — № 32. Архивировано 10 октябрь 2006 года.
- ↑ Е. А. Андреева. Русский язык. Модели сочинений и алгоритмы написания для школьников. — Москва: АСТ, 2022. — С. 44—45. — 192 с.
- ↑ Осовский Е. Г., Зеткина И. А. Макар Евсевьевич Евсевьев: просветитель, учёный, педагог. — Саранск, Мордов. гос. пед. ин-т: Тип. «Крас. Окт.», 2003. — С. 11, 93. — 172 с.
- ↑ Шацкий С. Т. Шацкий С. Т. Педагогические сочинения: в 4 т.. — М.: Просвещение, 1962—1965.
- ↑ Петренко, Е.. Учителя предложили коллегам поучаствовать в конкурсе сочинений «Как я провел лето» (3 июль 2022). 23 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Общественник Ветров предложил вместо сочинений на тему "Как я провел лето" снимать видео. 23 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Под редакцией: Казанской В. Л., Нурлыгаянова И. Н., Руленковой Л. И. Современное образование: теория и практика. Сборник учебно-методических работ: учебно-методическое пособие. — Берлин: Директ-Медиа, 2016. — С. 42. — 255 с.
- ↑ Работа над словом на уроках русского языка в начальных классах: сборник статей. — М.: Просвещение, 1973. — С. 136. — 143 с.
- ↑ Р. К. Луцкина. Коррекция речевого и умственного развития учащихся вспомогательной школы в процессе специального обучения: Учебное пособие. — Алма-Ата, Каз. пед. ин-т им. Абая: КазПИ, 1989. — 87 с.
- ↑ 1 2 3 Александра Бочавер. Хватит думать о лете! // Первое сентября. — Издательский дом «Первое сентября», 2004 (уду к проведению первого урока). Архивировано 12 август 2014 года.
- ↑ 1 2 «Если ребёнок всё придумал, то никто проверять не будет»: что писать в сочинении «Как я провёл лето». Добро Медиа (16 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2025.
- ↑ Зернова, О. М., Фрумкина, Г. А. Рекомендации по написанию сочинения. — М., 2016. — 32 с.
Әҙәбиәт
- Галковская, Т. «Как я провёл лето». Сочинение на вольную тему // Зеркало недели. — 31 августа — 6 сентября 2002. — № 33 (408).
- Кабо, Л. Как писать сочинение. Памятка для учащихся средних школ // Русский язык. — 1999. — № 43.
- Ляшок, А. С. "Дети перестройки": жизненные миры школьников 1980-х – 1990-х годов // Вестник Пермского университета. Серия: История. — 2013. — № 2 (22).
- Шумкина, О. Н. Трансформация жанра школьного сочинения в современной образовательной среде // Hominum. — 2021. — №. 2. — С. 111—123.
Һылтанмалар
- Сочинение советского школьника