Мирза (исем)

Викидата элементы юҡ

Мирза — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

Мирза исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Түрә балаһы, рәйес, Әмир, затлы, аҫыл зат тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

Мирза Шәфи Үәзех (әзерб.  میرزا شفیع واضح, Mirzə Şəfi Vazeh; XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башы, Гәнжә — 16 (28) ноябрь 1852, Тифлис) — әзербайжан шағиры һәм аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе һәм педагог.

Мирза Ҡәдим Ирәвәни, Ирәвәни Мирза Ҡәдим Мәмед-Ғөсәйн уғлы (1825 йыл — 1875 йыл) — XIX быуат Әзербайжан рәссамы. Орнаменталист һәм портретист, Әзербайжан станок живописенә нигеҙ һалыусы, ижады Яңы дәүер Әзербайжан һынлы сәнғәтендә мөһим һынылыш булған.

Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июнь 1938 йыл) — этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).

Фамилия

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Мирза-Риза-хан йорто — XIX быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы, Боржоми ҡалаһының символы. Боржоми үҙәк паркы янында урынлашҡан.

== Иҫкәрмәләр ==

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ