Миңә үҙем булырға бирегеҙ
Миңә үҙем булырға бирегеҙ! (рус. Дайте мне быть собой!) — инглиз телендәге 2007 йылғы «Лови волну!» (ингл. Surf’s Up) мультфильмынан цитата. Төп персонаждың фразаһы — «Коди — раздолбай, Коди это, Коди то… Коди — это я, бро. Дайте мне быть собой!» — 2025 йылдың июлендә социаль селтәрҙәрҙә вирус тиҙлегендә тарала, интернет-мемға әйләнә һәм Рәсәй зумерҙары өсөн девиз булып китә[1].
Тренды
2025 йылдың йәйендә социаль селтәрҙәрҙә Американың Sony Pictures Animation киностудияһының (рус.)баш. 2007 йылда сыҡҡан тулы метражлы «Лови волну!» анимация фильмынан цитата киң тарала:[2]:
Я не врублюсь, чего они до меня докопались? Меня высаживает, че они душные такие, ну? Я еще маму понимаю, я ей сын как-никак. Ей неудобно. Все эти взгляды косые: "Твой Коди — раздолбай, Коди это, Коди то… Коди — это я, бро. Дайте мне быть собой!
Интернет менән ҡулланыусылар төп герой — туҙған пингвин Коди Мавериктың — монологын видеояҙма итеп һала башлайҙар йә уны үҙ пародиялары өсөн фонограмма сифатында ҡулланалар.
Трендҡа шулай уҡ балаларға һайлау хоҡуғы биреүҙе мөһим тип һанаған ата-әсәләр ҙә эйәрә.
Пингвиндың телмәре «20 йәшлектәр көрсөгө»н кисергән һәм йәмәғәт стереотиптары (рус.)баш. менән йәшәргә теләмәгән ҡулланыусылар өсөн манифест булып китә. Үҙҙәренекенә оҡшаш кисерештәре булған геройҙа зумерҙар яҡын йәнде күрә. Флешмобты автомобилсылар ҙа хуплап ҡабул итә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 «Дайте мне быть собой»: как пингвин Коди помог интернету полюбить внутреннего раздолбая (8 июль 2025). 1 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Коди это я Бро,дайте мне быть собой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.