Монастырский Вадим Наумович
Вадим Наумович Монастырский (1945 йылдың 12 декабре, Ленинград) — пианист һәм музыка педагогы[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986). Иерусалимдағы С. Рубин исемендәге Музыка һәм бейеү академияһы профессоры, талантлы балалар өсөн музыкаль пансион нигеҙләүсе. 2018 йылдан — А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Музыка, театр һәм хореография институты музыкаль-инструменталь әҙерлек кафедраһы профессоры[2].
Биографияһы
1945 йылдың 12 декабрендә Ленинградта тыуған. Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург музыка училищеһын тамамлай (Наталья Шпигель һәм Марианна Френдлих кластары). Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһына уҡырға инә алмағас, Мәскәүгә китә һәм Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтына уҡырға инә (профессор Теодор Давидович Гутман класы — Генрих Нейгауздың уҡыусыһы).
1970 йылда институтты тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡытыусы итеп саҡырыла. Педагог булып эшләгән килеш, 1973 йылға тиклем Т. Д. Гутман етәкселегендә аспирантурала белемен камиллаштыра[3].
Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша. Лист һәм Барток исемендәге Халыҡ-ара пианистар конкурсының бронза миҙалына (Будапешт, 1976), Гендель фестиваленең алтын миҙалына (Галле, ГДР, 1979) һәм Лист исемендәге Халыҡ-ара яҙма конкурсының «Grand Prix du Disque» бүләгенә (Будапешт, 1980) лайыҡ була[4].
Институтта 17 йыл уҡытыу, ил буйлап гастролдәр, халыҡ-ара конкурстарҙа уңыштарҙан һуң, 1980 йылдар аҙағында Ленинградҡа ҡайта һәм Ленинград консерваторияһының махсус фортепиано кафедраһы доценты була. 1990 йылда ғаиләһе менән Израилгә күсенә. 1990 йылдан алып Вадим Монастырский — Иерусалимдағы Рубин исемендәге Музыка һәм бейеү академияһы профессоры.
2006 йылда ҡатыны менән Ход-ха-Шаронда балалар өсөн музыка мәктәбе аса һәм уны Фортепиано академияһы тип атай[5]. Был музыка мәктәп-интернаты рус пианисы, П. И. Чайковскийҙың уҡыусыһы Николай Сергеевич Зверев принциптары нигеҙендә ойошторола. Зверев 1870 йылда Мәскәүҙә музыкаль пансион аса, унда талантлы үҫмерҙәр йәшәй һәм уҡый, улар араһында Рахманинов, Игумнов, Пресман, Самуэльсон була. Зверевта Скрябин да уҡый, ләкин пансионда йәшәмәй. Һуңынан Зверев уҡыусылары Консерваторияның юғары баҫҡысына — Николай Рубинштейн, Василий Сафонов кеүек остаздарға күсә.
Монастырский Португалияла, АҠШ-та һәм Испанияла Халыҡ-ара конкурстарҙың жюри ағзаһы була. 2007 йылдан алып Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы жюрийы составына инә. Санкт-Петербургта, Мейәстә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, Башҡортостан ҡалаларында концерттар бирә, музыканттар һәм педагогтар тураһында мәҡәләләр яҙа[6][7][8].
2018 йылдан алып А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Музыка, театр һәм хореография институты музыкаль-инструменталь әҙерлек кафедраһында профессор вазифаһында уҡыта[9]. 2020 йылдарҙа пианист әүҙем концерт эшмәкәрлеген дауам итә, атап әйткәндә, Мария театрында, Санкт-Петербург филармонияһында һәм башҡа залдарҙа яңғыҙ программалар менән сығыш яһай[10][11][12].
2025 йылдың 14 декабрендә Санкт-Петербург филармонияһының Кесе залында Вадим Монастырскийҙың фортепиано кисәһе үтә[2][13].
Шәхси тормошо
- Беренсе ҡатыны — Ғәлиә Хөснулла ҡыҙы Камаева; был никахтан Өфөлә тыуған ике улы бар;
- Икенсе ҡатыны — Дарья Орлова; был никахтан Израилдә тыуған ике улы бар.
Уҡыусылары
Томер Гвирцман — Пнина Зальцман исемендәге конкурс һәм Шопен исемендәге конкурс лауреаты. Майя Тамит, Тина Ронкин, Нив Коэн — күп кенә Халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977);
- Гендель Халыҡ-ара фестиваленең алтын миҙалы (Галле, 1979);
- Ф. Лист исемендәге Халыҡ-ара яҙма конкурсының «Grand Prix du Disque» бүләге (Будапешт, 1980);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986);
- Японияла рус музыкаһы буйынса лекция яҙмалары өсөн «Иң яҡшы мәғариф проекты» номинацияһында приз (2020).
Дискографияһы һәм яҙмалары
Вадим Монастырский дискографияһы нигеҙен Ференц Лист әҫәрҙәренең «Мелодия» фирмаһында яҙҙырылған яҙмалары тәшкил итә. Унда ул — СССР-ҙа Листтың бөтә 19 Венгр рапсодияһын яҙҙырған тәүге пианист. Композитор транскрипцияларын яҙҙырғаны өсөн музыкант «Grand Prix du Disque» наградаһына лайыҡ була. Аудиояҙмаларҙан тыш, пианистың авторлыҡ видеолекциялары, шул иҫәптән The Russian Method («Урыҫ фортепиано мәктәбе») ирекле ҡулланыуҙа тәҡдим ителгән[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вадим Монастырский - Персоны - Санкт-Петербургская академическая филармония имени Д.Д. Шостаковича. www.philharmonia.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Профессор Института музыки, театра и хореографии. РГПУ им. А. И. Герцена. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
- ↑ Вадим Наумович Монастырский.
- ↑ Вадим Наумович Монастырский | Belcanto.ru (18 май 2025). 11 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Юхвидин Павел Анатольевич. Семейный портрет в интерьере Академии. samlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ Творческая встреча с Вадимом Наумовичем Монастырским. 11 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Выдающийся пианист Вадим Монастырский даст концерт в Уфе. 11 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Мастер-класс пианиста Вадима Монастырского. 11 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Преподаватели. atlas.herzen.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ ticketland_api. Вадим Монастырский (фортепиано) — International Musical Art Youth Center (12 декабрь 2024). 11 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Вадим Монастырский. Мариинский театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.
- ↑ Денис Мацуев, Елизавета Украинская и Вадим Монастырский выступят на фестивале «Лики современного пианизма» в Мариинском театре. Собака.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
- ↑ Юбилейный концерт профессора В.Н. Монастырского. www.herzen.spb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Григорьев Л., Платек Я. «Современные пианисты». Москва, «Советский композитор», 1990 г.