Мортазин Риф Тәбрик улы
Риф Тәбрик улы Мортазин (рус. Риф Табрикович Муртазин; 1968 йылдың 20 июле, Бабай ауылы) — Рәсәйҙең энергетика тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең персонал һәм административ мәсьәләләр буйынса директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2023)[1].
Биографияһы
Мортазин Риф Тәбрик улы 1968 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Мишкә районы Бабай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә. Икенсе курстан һуң СССР Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәтте Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә үтә[2]. Артабан вузда уҡыуын дауам итеп, уны 1992 йылда тамамлай, «агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында иҡтисад һәм идара итеү» квалификацияһы (рус.)баш. буйынса «иҡтисадсы-ауыл хужалығы производствоһын ойоштороусы» һөнәрен ала[3].
Хеҙмәт юлын ошо 1992 йылда Мишкә ремонт-техник предприятиеһының баш бухгалтер урынбаҫары булып башлай[4].
1992—1994 йылдарҙа — Дәүләт һалым инспекцияһының Мишкә районы буйынса өлкән дәүләт һалым инспекторы[1].
1994—1999 йылдарҙа — Благовещен районы һәм Благовещен ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы[3].
1999—2000 йылдарҙа — «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы[3].
2000—2003 йылдарҙа — «Благовещенсктехинвентаризация» дәүләт унитар предприятиеһы директоры[4].
2003 йылда — Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре[1].
2004—2012 йылдарҙа — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө яны ТЭЦ-ының кадрҙар бүлеге начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа —персонал менән эшләү хеҙмәте начальнигы, персонал менән эшләү һәм ойоштороу үҫеше буйынса идаралыҡ начальнигы була[4].
2015 йылдан — «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең персонал (рус.)баш. һәм административ мәсьәләләр буйынса директоры[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Берҙәм республика һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
- Риф Мортазин — «Берҙәм Рәсәй» партияһы иғлан иткән «Коробка храбрости» хәйриә акцияһында, партияның Стәрлетамаҡ ҡала бүлексәһе ойошторған «Китап бүләк ит — киләсәк бүләк ит» акцияһында, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам әҙерләп ебәреүҙә әүҙем ҡатнашыусы[7];
- Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы ағзаһы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының күҙәтеүселәр советы ағзаһы[8].
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм юл комплексы министрлығының Почёт грамотаһы (2002);
- Өфө яны ТЭЦ-ының Почёт грамотаһы (2005);
- «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Почёт грамотаһы (2012);
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Рәхмәте (2015);
- Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы (2016);
- Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Почёт грамотаһы (2016);
- «Башҡортостан генерациялау компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең Почёт грамотаһы (2018);
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почёт грамотаһы (2020)[9];
- Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2021);
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2021);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2023)[10][3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Муртазин Риф Табрикович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ М. Алёшин. Встреча для вас. Риф Муртазин: «От труда энергетиков зависят комфорт в домах и надёжная работа промышленных гигантов». Газета «Стерлитамакский рабочий» (14 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Лица Партии. Муртазин Риф Табрикович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Местные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Муртазин Риф Табрикович. Проект «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Муртазин Риф Табрикович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Состав фракции Всероссийской политической партии «Единая Россия» в Государственном Собрании — Курултае Республики Башкортостан. Муртазин Риф Табрикович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Евгения Дьяконова. «Работа наша простая: жила бы страна родная!»Дела и заботы депутата Рифа Муртазина. Газета «Стерлитамакский рабочий» (15 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Протокол заседания Общественного Совета при МВД по РБ 27 декабря 2022 года. МВД по РБ (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ Минэнерго России. Приказы о награждении работников (2020 год). Минэнерго России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 26 сентября 2023 г. N УГ-854 "О присвоении почетного звания «Заслуженный энергетик Республики Башкортостан»". Сайт Системы Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Избиратель — депутат. Сайт партии «Единая Россия». Муртазин Риф Табрикович. Депутат фракции (депутатского объединения) «Единая Россия».
- Указ Главы Республики Башкортостан от 10.11.2021 № УГ-646 «О поощрении Благодарностью Главы Республики Башкортостан».
- Риф Муртазин передал гуманитарную помощь участникам СВО