Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы

Муллайән Зыяитдин улы Һөйәрғолов (рус. Муллаян Зияиитдинович Суяргулов; 1934 йылдың 21 ноябре, Байназар, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 12 декабре, Өфө) — театр һәм кино артисы. 1959 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).

Биографияһы

Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы 1934 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған[2].

1959 йылда Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтын (педагогтары Борис Бибиков, Ольга Ивановна Пыжова) тамамлай. Шул уҡ йылдың 17 сентябрынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы — комик герой.

Сәхнә ветераны 2025 йылдың 12 декабрендә Өфөлә вафат була[3][4].

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

Проня ролендә тәү башлап сығыш яһай (Н. Ф. Погодиндың «Третья патетическая» пьесаһы буйынса «Ильич ғүмере» — «Жизнь Ильича» спектакле; 1959). Ролдәре: Муҡай («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Ибраһимов), Сәлим («Башмағым»), Шәрифйән («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость» Ибраһим Абдуллин), Ябағаев («Айгөл иле»), Хөснулла («Аҫылйәр» — «Возлюбленная» М. Фәйзи), Бәҙретдин («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова), Терешко («Трибунал», Андрей Егорович Макаёнок]).

Кинофильмдә башҡарған роле

  • Мамед — «Сарсау» (1960 йыл), Одесса киностудияһы)
  • «Салтанат», (1955, Фрунзе киностудияһы, «Мосфильм» киностудияһы менән берлектә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • СССР халыҡтарының театр сәнғәте драматургияһы Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972)
  • Бөрйән районының почётлы гражданы.

Әҙәбиәт

  • Аҙнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. — Өфө, 2008.

Һылтанмалар

  1. https://www.kino-teatr.ru/teatr/acter/m/ros/36310/bio/
  2. Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2025.
  3. Муллаян Суяргулов. Сайт kino-teatr.ru (13 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2025.
  4. Лейла Аралбаева. В Уфе ушел из жизни старейший актер Башдрамы Муллаян Суяргулов. ИА «Башинформ» (13 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2025.