Мәмлиев Айрат Хәбиб улы

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы (рус. Мамлеев Айрат Хабибович; 6 ғинуар 1940 йыл) — 4 ғинуар 2018 йыл) — физик-ғалим. 1994—2018 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2013 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2011).

Биографияһы

Айрат Хәбиб улы Мәмлиев 1940 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған[2].

1963 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Органик химия институтында башлай[2].

1978 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1980 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр[2].

1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1999—2013 йылдарҙа — лаборатория мөдире[2].

Ғалим 2018 йылда Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

Мәмлиев Айрат Хәбиб улы молекулаларҙың төҙөлөшөн, физик һәм динамик үҙенсәлектәрен тикшерә, был маҡсатта микротулҡынлы спектроскопия ысулын ҡуллана. Ул күп органик берләшмәләрҙең геометрик параметрҙарын, диполь моменттарын, квадруполь тәьҫир итешеү һәм үҙәктән ситкә ҡыуылған боҙолоу константаларын билдәләй; йомшаҡ молекулаларҙы төҙөгән өлөшсәләрҙең динамикаһын өйрәнә, биш быуындан торған циклдарҙағы псевдоәйләнеү хәрәкәтенә тап килгән моделде таба.

1973 йылда «Инверсиялы хәрәкәт итеүсе циклик молекулаларҙың микротулҡын спектры» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]

2004 йылда, «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Микротулҡынлы спектроскопия ысулы менән алмаштырылған циклопентандарҙы тикшереү» тигән темаға диссертация яҡлай[5].

Йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2011)[6] (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 4 5 6 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. ↑ 1 2 3 4 5 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МӘМЛИЕВ Айрат Хәбиб улы (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
  3. ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
  4. ↑ Мамлеев, Айрат Хабибович. Микроволновые спектры циклических молекул с инверсионным движением (С₄H₈S и C₄H₈Se) : Дис... канд. физ.-мат. наук / А.Х. Мамлеев. Уфа, 1973
  5. ↑ Исследование замещенных циклопентана методом микроволновой спектроскопии — тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 01.04.17, доктор физико-математических наук Мамлеев Айрат Хабибович. disserCat — электронная библиотека диссертаций (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2025)
  6. ↑ Электронный фонд актуальных правовых и нормативно-технических документов. УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ «О награждении государственными наградами Российской Федерации». МЕДАЛЬЮ ОРДЕНА «ЗА ЗАСЛУГИ ПЕРЕД ОТЕЧЕСТВОМ» II СТЕПЕНИ. МАМЛЕЕВА Айрата Хабибовича — заведующего лабораторией Учреждения Российской академии наук Института физики молекул и кристаллов Уфимского научного центра РАН, Республика Башкортостан. (рус.)