Мәмлиев Рәмил Миҙхәт улы

Рәмил Миҙхәт улы Мәмлиев (рус. Мамлеев Рамиль Мидхатович; 1973 йылдың 27 июле, Бүздәк, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй иҡтисадсыһы, эшҡыуары, дәүләт эшмәкәре. «Корона» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған (2020). Салауат Юлаев ордены (2023) кавалеры[1]. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[2][3]

Биографияһы

Рәмил Миҙхәт улы Мәмлиев 1973 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бүздәк ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетында ике юғары белем ала: тәүҙә зоотехник һөнәре буйынса (1990—1995), һуңынан иҡтисад буйынса (1995—1998) белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1995 йылда Ҡандра эшселәр ҡасабаһында урынлашҡан Туймазы быраулау эштәре идаралығында быраулау ҡорамалдары цехының өсөнсө разрядлы слесарь-ремонтсыһы булып башлай.

1997 йылдан 2002 йылға тиклем «Туймазы фарфоры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләй: тауар белгесе, сауҙа бүлеге начальнигы, генераль директорҙың маркетинг буйынса урынбаҫары. Һуңынан 2020 йылдан 2024 йылға тиклем «Возрождение» крәҫтиән-фермер хужалығына күсә, унда башҡарма директор булып эшләй.

2004 йылдан «Корона» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. «Корона» фабрикаһы башта бәләкәй етештереү предприятиеһы булған ойошма була, һуңыраҡ илдәге матрас етештереүселәрҙең береһенә әүерелә. Предприятие ортопедик матрастар (рус.)баш., пружиналы блоктар, мендәрҙәр, топперҙар һәм башҡа йоҡо кәрәк-яраҡтары сығара. Компания мәғлүмәттәре буйынса, йылына 250 меңдән ашыу матрас етештерелә; продукция хаҡтары бер нисә меңдән алып тиҫтәләрсә мең һумға тиклем тәшкил итә.

Эшҡыуарлыҡта уның 28 йәшлек улы Алмаз Мәмлиев та ҡатнаша. Ул да Туймазы депутаты. "Корона"ла ла директор урынбаҫары вазифаһын биләй[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Туймазы районы муниципаль районы Советы депутаты була[2]. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. парламенттың Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидаралыҡ буйынса комитет ағзаһы. «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша[5].

Ғаиләһе

Ике ул һәм бер ҡыҙ атаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2023)[6];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020);
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2021)[3];
  • Исмәғил Тасимов исемендәге миҙал[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. Глава Республики Башкортостан (25 июль 2023).
  2. 1 2 3 Мамлеев Рамиль Мидхатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  3. 1 2 Мамлеев Рамиль Мидхатович. Единая Россия. Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  4. Мягко стелют: что известно о владельцах фабрики матрасов в Башкирии, которой власти дали миллионы. Уфа1.ру (14 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  5. Мамлеев Рамиль Мидхатович. Атайсал. Малая Родина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  6. Указ Главы Республики Башкортостан от 19 июля 2023 г. NУГ-581 «О награждении орденом Салавата Юлаева МамлееваP.M.» Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026.
  7. Мамлеев Рамиль Мидхатович. Депутаты. Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә