Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы

Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы (рус. Исламский колледж имени Марьям Султановой) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан һәм республика мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында булған традицион ислам буйынса белем биреүсе дини уҡыу йорто.

Тарихы

Колледж 1997 йылда «Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам институты» дәүләткә ҡарамаған дини белем биреү учреждениеһы булараҡ Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты ҡарары менән ойошторола[1].

Диниә назаратының 2014 йылдың 23 июнендәге 1-се ҡарары менән Мосолман дини ойошмаһы — һөнәри дини белем биреү ойошмаһы — «Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы» итеп үҙгәртелә[1].

Колледжды ойоштороусы — рәйесе мөфтөй Бирғәлин Айнур Азамат улы булған «Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты» үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы[1].

Эшмәкәрлеге

Колледж үҙенең эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының лиценцияһы[2] һәм раҫланған уставы нигеҙендә[3] алып бара һәм мосолман ойошмалары өсөн һөнәри дини белемле хеҙмәткәрҙәр әҙерләй. Дини уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһе имам, имам-ахун (район имамы), мѳәзин булып эшләй, урындағы мәҙрәсәләрҙә ислам дисциплиналарын уҡыта. Студенттарға дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирелә. Улар ғәрәп теле, фикх, теология һәм башҡа дини фәндәр менән бер рәттән информатика, программалаштырыу нигеҙҙәрен дә уңышлы үҙләштерә.

Дүрт йыл уҡығандан һуң шәкерттәр имам-хатиб һәм ислам нигеҙҙәре уҡытыусыһы дипломын алып сыға. Иң яҡшы шәкерттәр «Әл-Әзхәр» Халыҡ-ара университетына (Египет) артабан уҡырға ебәрелә. Практиканы ҡайҙан килгәндәр шунда, йә булмаһа йүнәлтмә буйынса үтә алалар. Уҡыуҙы тамамлағандарға ла — шул уҡ ҡағиҙә ғәмәлдә була[1].

Колледжда ислам вуздарында белем алған тәжрибәле мөғәллимдәр уҡыта. Дини уҡыу йорто республиканың тѳрлѳ вуздары, Рәсәйҙәге һәм сит илдәге ислам ғилми үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә.

Уҡыған ваҡытҡа егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы кисектерелә.

Колледждың ятағы, ашханаһы, мәсете һәм китапханаһы бар. Улар барыһы ла бер бинала урынлашҡан[1].

Уҡытыу теле

Колледжда уҡытыу рус, ғәрәп, башҡорт һәм татар телдәрендә алып барыла.

Эш режимы һәм графигы

Колледжда алты көнлөк эш аҙнаһы билдәләнгән, бер ял көнө: йәкшәмбе.

Уҡытыусыларҙың эш режимы

уҡыу дәрестәре расписаниеһы, колледж буйынса дежурлыҡ графигы һәм уларҙың вазифа инструкцияһында ҡаралған бурыстар, шулай уҡ колледждың шәхси һәм эш пландары менән билдәләнә; Уҡыу дәресе оҙайлығы 45 минутлыҡ парлы академик сәғәттәрҙән тора, улар араларында 5 минутлыҡ тәнәфес ҡаралған;

Уҡыусылар өсөн колледждың эш режимы

• Уҡыу бер сменала алып барыла: дәрестәр 8 сәғәт 30 минутта башлана.
• Бөтә уҡыу төркөмдәре өсөн алты көнлөк уҡыу аҙнаһы билдәләнә.
• Белем биреү процесының үҙенсәлектәре менән бәйле колледжда дәрестәр парлы итеп үткәрелә, уларҙың оҙайлығы 1 сәғәт 30 минуттан артмай.
• Дәрестәр араһындағы тәнәфес 5 минут, парҙар араһында — 10 минут дауам итә.
• Студенттар колледжға 8 сәғәт 25 минуттан да һуңға ҡалмайынса килергә тейеш. Дәрескә һуңлау ярамай.

Категориялар