Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы

Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы(1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының санитар-ездовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[1].

Биографияһы

Нәғим Мәсәлим улы Мәсәлимов 1904 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылында тыуған.1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Дәүләкән районының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы санчасында санитар-ездовой булып хеҙмәт итә.

Батырлығы

Нәғим Мәсәлим улы, гвардия ҡыҙылармеецы, Владимиро-Волынский янында барған һуғышта дошман уты аҫтында яраланған һалдаттарҙы санчасҡа күсерә, бынан тыш ул үҙенә беркетелгән аттарҙы яҡшы тәрбиәләй: улар һәр ваҡыт көр, ваҡытында ашата һәм таҙа тота. Бының өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар