Мөстәҡимов Зәйнулла Мөстәҡим улы

Зәйнулла Мөстәҡим улы Мөстәҡимов (рус. Зайнулла Мустакимович Мустаки́мов1924 йылдың, Йомаҙыбаш, Шаран районы1945 йылдың 28 феврале, Көнсығыш Пруссия, Свободное государство Пруссия[d]) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Мөстәҡимов Зәйнулла Мөстәҡим улы (рәсми мәғлүмәттәр буйынса) 1924 йылда (айы һәм көнө билдәһеҙ) Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны[1] Йомаҙыбаш ауылында тыуған. Шулай уҡ 1923 йылдың 24 сентябрендә тыуған тигән мәғлүмәт бар[2].

1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армияһы сафында.

1942 йылдан алып Дон, Көньяҡ-көнбайыш, 1-се Балтик һəм 3‑се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə.

1945 йылдың 28 февралендә Кёнигсберг (Көнсығыш Пруссия) янында батырҙарса һәләк була.[3][4]

Батырлығы

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[5]
  • Ленин ордены (24.03.1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (21.12.1944)[6]

Хәтер

Тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Х төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Внеклассное мероприятие «Герои Советского Союза Шаранского района». Мустакимов Зайнулла Мустакимович родился 24 сентября 1923 года в д. Юмадыбаш Шаранского района БАССР. Сайт Инфоурок (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2024)
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.