Мөхәммәт әш-Шәйбани

Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн әл-Хәсән әш-Шәйбани (ғәр. أبو عبد الله محمد بن الحسن الشيباني‎; рус. Абу́ Абдулла́х Муха́ммад ибн аль-Хасан́ аш-Шайба́ни — хәнәфи мәҙһәбтең хоҡуҡ белгесе (фаҡиһ), мосолман хоҡуғы кодификаторҙарының береһе һәм имам Әбү Хәнифәнең уҡыусыһы.

Биографияһы

Ираҡтың Үәсит ҡалаһында тыуған. Йәш сағында уҡ күпләп сәхәбәләр йәшәгән Әл-Күфәгә китә һәм ошо ҡалала белем ала башлай[3] . 14 йәшендә ул Әбү Хәнифә имамдың уҡыусыһы булып китә, уның вафатынан һуң Әбү Йософ имамда уҡыуын дауам итә. 20 йәшендә Әл-Күфәнең төп мәсетендә вәғәз менән сығыш яһай башлай. Өс йыл дауамында Мәҙинәлә Мәлик ибн Әнәстең лекцияларын тыңлай. Уның уҡытыусылары билдәле хәҙис белгестәре (мөфәссирҙәр) Суфиян әс-Саури һәм Абдрахман Әл-Ғаузаи була. Ираҡҡа ҡайтҡас, Бағдадтың иң абруйлы фаҡиһтарының береһе була. Артабан ул Бағдадҡа күсеп килә күпмелер ваҡыт унда Әбү Йософтан һуң ҡаҙый вазифаһын биләй. Шул уҡ ваҡытта ул ислам хоҡуғы (фиҡһ) һәм башҡа дини дисциплиналар буйынса дәрестәр бирә һәм лайыҡлы уҡыусылар тәрбиәләп үҫтерә.

Хәлифә Һарун әр-Рәшит резиденцияһын Евфратҡа күсерергә ҡарар иткәс, ул әш-Шәйбаниҙы яңы баш ҡала — Ракканың ҡаҙыйы вазифаһына тәғәйенләй. 805 йылда әр-Рәшит әш-Шәйбаниҙе үҙе менән Хөрәсәнгә алырға ҡарар итә, унда ла уны ҡаҙый итеп тәғәйенләргә уйлай, әммә Мөхәммәт урынға барып етмәй, юлда, Рей ҡалаһы янында, вафат була.

Уҡыусылары

Әш-Шәйбаниҙың билдәле уҡыусылары араһында — Мөхәммәт әш-Шафиғи, Әбү Сөләймән Жүржәни, Хишам ибн Ғөбәдуллаһ әр-Разый, Әбү Хафс Кәбир, Мөхәммәт Ибн Мөҡәтил, Шәдад ибн Хәким, Әбү Ғөбәйдә Ҡасим ибн Сәләм, Исмәғил Ибн Тәүбә, Али ибн Мөслим әт-Туси һ.б.

Әҫәрҙәре

Әш-Шәйбани үҙенең әҫәрҙәрендә Әбү Хәнифәнең мираҫын йыя, әммә күп осраҡта уның ҡараштары беренсе остазының ҡараштарынан айырыла.

Ул фиҡһ буйынса «әл-Мәбсут» йыйынтығын төҙөй (ғәр. المبسوط‎ — уның икенсе исеме «Китаб әл-асыл фи-л-фүрү»: ғәр. كتاب الأصل في الفروع‎) һәм уға өҫтәмәләр («Китаб әз-зиядат»; ғәр. كتاب الزيادات‎), фиҡһ буйынса ҙур һәм бәләкәй белешмә «Китаб әл-жәми әл-кәбир» (ғәр. كتاب الجامع الكبير‎) һәм «Китаб әл-жәми әс-сағир» (ғәр. كتاب الجامع الصغير‎) тигән хеҙмәттәре донъя күрә. Хәрби хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса «Китаб ас-сийар әл-кәбир»; (ғәр. كتاب السير الكبير‎) әҫәрен яҙа, ул әс-Сараһси комментарийҙарында ғына һаҡланған. Шулай уҡ Әбү Хәнифәнең мираҫына арналған махсус хеҙмәте («Китаб әл-асар»; ғәр. كتاب الآثار‎) бар. Ихтимал, закондан ҡасырға тырышыуҙар һәм уларҙы булдырмау тураһында әҫәр авторы булып торалыр. Шулай уҡ Мөхәммәт әш-Шәйбани ике редакцияла сыҡҡан "әл-Муатта"ның (Мәлик ибн Әнәс) береһенең төҙөүсеһе һәм шәрехләүсеһе булып тора.

Иҫкәрмәләр

  1. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 Али-заде А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  3. Али-заде, А. А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Тема буйынса өҫтәмә