Навальный Алексей Анатольевич
| А. А. Навальныйҙың яҙҙырылған тауышы | |
| «Эхо москвы» интервьюһынан 19 август 2013 | |
| Уйнатыу буйынса ярҙам | |
Алексей Анатольевич Навальный (1976 йылдың 4 июне, Бутынь[d], Мәскәү өлкәһе — 2024 йылдың 16 феврале, Харп[d], Төмән өлкәһе) — Рәсәй оппозиционеры, юрист һәм видеоблогер.
Элек Рәсәйҙең парламенттан тыш оппозицияһының лидерҙарының береһе[6]. Ул башта Рәсәйҙәге юғары властар тураһында тикшеренеүҙәре менән танылыу алды. 2011 йылда «Коррупцияға ҡаршы көрәш фонды» ойоштороп, уның нигеҙендә «Умное голосование», «Навальный профсоюзы», «РосПил», «РосЖКХ», «РосЯма», «РосЯма», «РосВыборы», «Добрая машина правды» кеүек проекттар барлыҡҡа килтерҙе. Шулай уҡ ул «Алексей Навальный», «Навальный LIVE» һәм «Популярная политика» (элекке «Навальный штабы») тигән YouTube-каналдар авторы. Фонд 2021 йылдың июнендә суд ҡарары буйынса экстремизмда ғәйепләнеп ябылды.
Навальный 2013 йылда Мәскәү мэры һайлауҙарында икенсе урынды яуланы, 27,24 % тауыш йыйып, Сергей Собяниндан ҡалышты[7]. 2013 йылдың ноябренән
Ике: «Алексей Навальный» һәм «Навальный LIVE» популяр YouTube-каналдарының авторы (3,4 һәм 1,5 млн яҙылыусы) була.
2010йылдар башынан алып Алексей Навальный күп һанлы енәйәт, административ, граждандар һәм арбитраж эштәре буйынса ғәйепләнеүсе, яуап биреүсе һәм шаһит булараҡ ҡатнашты, һәм уларҙың күпселеген Рәсәй судтарында еңелде. Айырым эштәрҙе халыҡ-ара хоҡуҡ яҡлау ойошмалары сәйәси яҡтан мотивланған тип баһаланы. Иң шау-шоу эштәрҙең араһында «Дело», «Кировлеса» эштәре.
2009 йылда Навальный «Ведомости» гәзите тарафынан «Йыл кешеһе» тип танылды. 2012 һәм 2021 йылдарҙа «Time» журналы уны донъяның иң йоғонтоло 100 кешеһе исемлегенә, ә 2017 йылдың июнендә интернеттағы иң йоғонтоло 25 кеше араһына индерҙе. 2017 һәм 2019 йылдарҙа «Ведомости» версияһы буйынса «Йыл сәйәси эшмәкәре» тип танылды. «Ромир» тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың көҙөндә ул Рәсәй граждандарының ышаныс рейтингында 4‑се урынға сыҡты, ярты йыл эсендә 19‑сы урындан күтәрелде[8].
2021 йылдың 2 февралендә Мәскәүҙең Симонов суды Навальныйға ҡарата «Ив Роше» эше буйынса шартлы рәүештә 3 йыл 6 айға хөкөмдө ғәмәлгә ашырылырға ярашлы итеп үҙгәртте һәм 2 йыл 8 ай дөйөм режимлы колонияла үткәреүгә хөкөм итте.
2022 йылдың ғинуарында Росфинмониторинг уны экстремистар һәм террористар исемлегенә индерҙе.
2022 йылдың 22 мартында Мәскәүҙең Лефортово суды уны ҙур күләмдә мутлыҡ өсөн 9 йыл ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте[9]. .
2023 йылдың 4 авгусында Мәскәү ҡала суды Навальныйҙы экстремизм буйынса енәйәт эшендә 19 йыл ҡаты режимлы колонияла иркенән мәхрүм итте[10][11]..
2024 йылдың 16 февралендә Навальный ИК-3 «Полярный волк» колонияһында вафат булды[12]. Үлем сәбәбе — ҡатнаш ауырыу. Уның үлгәндән һуңғы эпикризында «гипертония ауырыуы, ҡан тамырҙары һәм ағзалары зарарланыуы, диффуз миокардиосклероз, баш мейеһе шешенеүе, йөрәк камераларының фибрилляцияһы һәм үпкәләр шешенеүе» күрһәтелгән[13]..
Үлеме
2024 йылдың 16 февралендә Алексей Навальный Ямало-Ненецк автономиялы округының Харп ауылындағы «Полярный волк» исемле 3-сө төҙәтеү колонияһында вафат булды. ФСИН мәғлүмәттәре буйынса, ул тышта йөрөгәндән һуң үҙен насар хис иткән һәм аңын юғалтҡан. Колония табиптары һәм саҡыртылған тиҙ ярҙам бригадаһы уны реанимацияларға тырышҡан, ләкин үлеме раҫланған. Киң мәғлүмәт сараларының беренсел мәғлүмәттәре буйынса, уның үлем сәбәбе — өҙөлгән тромб. 22 февралдә Навальныйҙың әсәһе үлем тураһында документҡа ҡул ҡуйып, унда тәбиғи сәбәптәр күрһәтелгәнен белдерҙе[14].
Навальный 1 мартта Мәскәүҙең Борисов зыяратында ерләнде. Владимир Путин был хәлде ҡайғылы ваҡиға тип атаны һәм үлеменә тиклем Навальныйҙы Көнбайыштағы Рәсәй граждандарына алмаштырыу буйынса һөйләшеүҙәр булыуын белдерҙе. 2024 йылдың апрелендә The Wall Street Journal Америка махсус хеҙмәттәренең Навальный үлеменә Рәсәй етәкселегенең ҡатнашлығын дәлилләгән мәғлүмәт тапмауын хәбәр итте.
2024 йылдың авгусында Рәсәй Тикшереү комитеты үлем сәбәбен хроник ауырыуҙар менән бәйләнеп, гипертония, диффуз миокардиосклероз һәм гипертоник криз һөҙөмтәһендә баш мейеһенең һәм үпкәнең шешенеүен билдәләне[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сведения о доходах за 2012 год и об имуществе зарегистрированных кандидатов на должность Мэра Москвы, их супругов и их несовершеннолетних детей
- ↑ Навальный о государственной религии. Архивировано 17 апрель 2013 года. 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ The World Fellows - Alexey Navalny, Russia, 2010.
- ↑ НАВАЛЬНЫЙ Алексей Анатольевич. Коммерсантъ. Издательский дом «Коммерсантъ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 4 август 2012 года.
- ↑ Суздальцев С. И. Развитие информационнокоммуникационного менеджмента как стратегическая задача современного общества // Теория и практика общественного развития. — Институт социологии РАН. Архивировано 9 октябрь 2021 года.
- ↑ Итоги выборов в Москве (рус.), РИА Новости (9 сентябрь 2013). 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ «Ромир» опубликовал рейтинг доверия россиян. Коммерсантъ (24 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2021. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
- ↑ Суд приговорил Навального к девяти годам колонии строгого режима (22 марта 2022). 22 март 2022 тикшерелгән.
- ↑ Суд приговорил Навального к 19 годам особого режима. РИА Новости (4 август 2023).
- ↑ Суд приговорил Навального к 19 годам колонии по делу об экстремизме. РБК (4 август 2023).
- ↑ ФСИН направит комиссию в колонию, где умер Навальный (16.02.2024). 16 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Причина смерти Алексея Навального: данные СК России, основная версия (15.08.2024). 10 сентябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ УФСИН: Алексей Навальный скончался в колонии. Московский комсомолец (16 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2024.
- ↑ Вдова Навального показала заключение СК о причинах его смерти (15 август 2024). 15 август 2024 тикшерелгән.