Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы
Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова (рус. Нажия Хибатовна Аллаярова; 1936 йылдың 15 июле, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй йырсыһы. Башҡорт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982).Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)
Биографияһы
1936 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған.
1957 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген (М. Мортазина класы), 1967 йылда Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтын (М. Переверзева класы) тамамлай.
Мәктәптә уҡыған сағында уҡ, 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша[1]. 1961—1962 йылдарҙа Башҡорт филармонияһы солисы, 1967—1991 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында эшләй[2]. Театрҙа тәүге тапҡыр Заһир Исмәғилевтың «Ағиҙел тулҡындары» операһында Гөлзифа партияһында сығыш яһай[3].
Йырсы лирик-колоратура сопраноға эйә[3]. Опера партияларын, башҡорт халыҡ йырҙарын, Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. Польшала, Венгрияла, Германияла гастролдәрҙә була[2]. Төрлө йылдарҙа Өфөлә һәм Мәскәүҙә хөкүмәт концерттарында, шул иҫәптән Н. Хрущёв, Л. Брежнев һәм Ф. Кастро алдында йырлай; М. Биешу, Д. Гнатюк, Е. Мирошниченко, А. Соловьяненко менән бергә сығыш яһай[4].
Әүҙем ижади эшмәкәрлеген туҡтатҡандан һуң, педагогик һәм йәмәғәт эше менән шөғөлләнә[4].
Спектаклдәрҙәге партиялары
- Виолетта — «Травиата», Дж. Верди;
- Джильда — «Риголетто», Дж. Верди;
- Марфа — «Батша кәләше», Н. Римский-Корсаков;
- Лебедь-птица — «Салтан батша тураһында әкиәт», Н. Римский-Корсаков;
- Розина — «Севилье цирюльнигы», Дж. Россини;
- Лакме — «Лакме», Л. Делиб;
- Церлина — «Фра-Дьяволо», Д. Обер;
- Мюзетта — «Богема», Дж. Пуччини;
- Гөлзифа — «Ағиҙел тулҡындары», З. Исмәғилев;
- Әминә — «Салауат Юлаев», З. Исмәғилев;
- Наза — «Ҡоҙаса», З. Исмәғилев;
- Бибинур — «Замандаштар», Х. Әхмәтов;
- Шәүрә — «Шәүрә», З. Исмәғилев;
- Һарыласәс — «Урал илселәре», З. Исмәғилев.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Салауат Юлаев ордены (2017)[5];
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)[6];
- Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (1960)[2].
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — композитор Абрар Ғабдрахманов (1935—2013). Йырсы уның вокаль әҫәрҙәренең тәүге башҡарыусыһы була[3].
- Әсәһе — Мәүжиҙә Таһирова[1].
- Ҡыҙы — Миләүшә Иҙрисова, музыка белгесе. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2014). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006)[7][8].
- Ейәнсәрҙәре — Дилара Иҙрисова, опера йырсыһы (сопрано), халыҡ-ара конкурстар лауреаты[9][10], Айгөл Вәхитова, музыка белгесе, Асия Ғарипова — скрипкасы[11], республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сегодня большой юбилей у известной башкирской певицы Нажии Аллаяровой. kurultai.ru (15 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Аллаярова Нажия Хибатовна. Кино-Театр.РУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Башкирская певица Нажия Аллаярова празднует 85-летие. Культурный мир Башкортостана (15 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ 1 2 15 июля известная башкирская певица Нажия Аллаярова отмечает 75-летний юбилей. Башинформ (15 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ У каждого своя высота в профессии. vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Г.А.Ишкинина. Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Абрар Габдрахманов. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Диляра Идрисова. RusConzert. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Диляра Идрисова. Московская филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Народная артистка Башкирии Нажия Аллаярова отметила 90-летний юбилей (рус.). 15 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Ее называли «башкирской соловушкой» (к юбилею Нажии Аллаяровой). ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
Һылтанмалар
- Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Башкирская певица Нажия Аллаярова празднует 85-летие // Культурный мир Башкортостана
- 15 июля известная башкирская певица Нажия Аллаярова отмечает 75-летний юбилей // Башинформ
- Аллаярова Нажия Хибатовна // Кино-Театр.РУ