Нарконон
Нарконо́н ( бор. грек. ναρκοτικός — «наркотик» һәм ингл. non — «юҡ», йәғни «наркотиктарға юҡ») — наркомандарҙы аяҡҡа баҫтырған программа. Был ысул Л. Рон Хаббард технологияһында нигеҙләнгән. Бөтә донъяла йөҙҙән артыҡ Нарконон үҙәктәре бар. Рәсәйҙә Нарконон үҙәктәре Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Һамарҙа, Екатеринбургта, Димитровградта, Красноярскта, Өфөлә, Берёзовскийҙа (Свердловск өлкәһе) урынлашҡан. Программала наркотик һәм дарыу ҡулланылмай. Ундай матдәләр урынына пациенттар витамин һәм минерал йоталар. Программаның эффектлелеге - 75%, Рәсәйҙә - куберәк, сөнки пациенттар үҙҙәре түләй.
Һылтанмалар
- Нарконон Рәсәй сайты 2013 йылдың 23 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.)
- Narconon International Рәсми сайт, урыҫ теле бүлеге 2012 йылдың 4 май көнөндә архивланған. (рус.)
- Рәсми сайт(недоступная ссылка) (рус.)
- Scientology FAQs: What is Narconon? (инг.)
- Purification Rundown official web site (инг.)
- ABLE — Тормошто һәм Мәғарифты Яҡшыртыу Ассоциацияһы. Нарконон. (рус.)
- Л. Р. Хаббард «Тормош биттәре», «Наркомандарҙы аяҡҡа баҫтырыу» бүлеге 2013 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған. (рус.)