Насипов Таһир Мауил улы

Таһир Мауил улы Насипов (рус. Тагир Мауилевич Насыпов; 1972 йылдың 3 марты, Өфө) — Рәсәйҙең технолог-инженеры, нефть эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2022 йылдан «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Башнефть-УНПЗ» филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының VI (2018—2023) һәм VII (2023 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Биографияһы

1972 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[2].

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1989—1990 йылдарҙа Өфөләге 61-се һөнәри-техник училищела «технологик ҡоролмалар операторы»на уҡый[3].

1990—1992 йылдарҙа саҡырыу буйына СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә[2]. Запасҡа ҡайтарылғас, Өфө нефть техникумына уҡырға инә һәм уны 1995 йылда, «нефть һәм газ эшкәртеү» һөнәре буйынса «техник» квалификацияһы алып, отличие менән тамамлай[3]. Юғары белемде ситтән тороп (1996—2002) Өфө дәүләт нефть техник университетында «тәбиғи энергия сығанаҡтары һәм углерод материалдары технологияһы» һөнәре һәм «инженер» квалификацияһы буйынса ала[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә технологик ҡоролмалар операторы булып башлай. Артабан шунда уҡ ҡоролмалар начальнигы, әйҙәүсе инженер-технолог, яғыулыҡ производствоһы начальнигы (2004—2005), тауар производствоһы начальнигы (2006—2009), газ-каталит производствоһы начальнигы (2009—2017), производство майҙансығы начальнигы (2017—2019) булып эшләй.

2010—2012 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт университетының Менеджменттың юғары мәктәбендә өҫтөмө бизнес белеме ала[3].

Артабан ике йыл проекттар буйынса начальник була, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлеген етәкләй[2].

2022 йылдан — «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Башнефть-УНПЗ» филиалы директоры[1][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың даими булмаған нигеҙҙәге депутаты; «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы.
  • 2023 йылдан берҙәм республика һайлау округы буйынса 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракция[1] һәм парламенттың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй нефть-газ сәнәғәтселәре берлегенең Почёт грамотаһы (2011) — Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сәнәғәте үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн[2];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2017) — юғары профессиональ оҫталығы һәм нефть сәнәғәте өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[6];
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Почёт грамотаһы (2021) — юғары профессиональ оҫталығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн (министрлыҡтың № 154-Н бойороғо, 21.02.2021)[2];
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2022) — Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн (Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының ҡарары, 22.02.2022)[1].

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Насыпов Тагир Мауилевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 5 6 Региональные отделения. Лица Партии. Насыпов Тагир Мауилевич. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 Депутаты. Насыпов Тагир Мауилевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  4. Уфимский НПЗ, ОАО. Входит в структуру «Башнефти». Генеральный директор —Насыпов Тагир Мауилевич. Официальный сайт газеты и сетевого издания «Агентство нефтегазовой информации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  5. Комитет по бюджетной, налоговой, инвестиционной политике и имущественным отношениям. Насыпов Тагир Мауилевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)
  6. Указ Главы Республики Башкортостан от 30 августа 2017 г. N УГ-140 «О награждении Почётной грамотой Республики Башкортостан». Сайт системы «Гарант». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2026. (рус.)