Наҙы-Петровск заводы


Наҙы-Петровск заводы — 1747 йылда Көньяҡ Урал территорияһында тәүгеләрҙән булып төҙөлгән суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы. Рәсми нигеҙ һалыу датаһы буйынса Ул Воскресенка заводынан (хәҙергә Башҡортостан республикаһы территорияһында) һәм Кәҫле заводынан (хәҙерге Силәбе өлкәһе Кәҫле ҡалаһы) һуң өсөнсө урында тора. Завод Наҙы йылғаһы (Ҡариҙел йылғаһы ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Әйле, Ҡара-Табын, Ҡатай улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә П. И. Осокин тарафынан нигеҙ һалына.

Тарихы

1744 йылда Петр Игнатьевич Осокин, Түбәнге Новгород губернаһы Балахны ҡалаһының 1-се гильдияһы сауҙагәре, Берг-коллегияға Наҙы йылғаһы Ҡариҙел йылғаһына ҡойған урынында завод төҙөүгә рөхсәт һорап ғариза бирә. 1744 йылдың 13 мартында, ул ваҡытта Ырымбур комиссияһы начальнигы булған И. И. Неплюев ҡатнашлығында (Ырымбур губернаһы 1744 йылдың 15 мартындағы указ буйынса ойошторола һәм Неплюев уның беренсе губернаторы була), Берг-коллегияның беренсе рөхсәт-указына ҡул ҡуйыла. Шул уҡ йылдың 16 апрелендә хөкүмәт Сенатының указы һәм 22 майҙа Берг-коллегияның һуңғы рөхсәте алына. Рөхсәт алғас, Осокин Ырымбур губерна канцелярияһы менән контракт төҙөргә тейеш була, сөнки завод ырымбур губернаһы территорияһында төҙөлөүе күҙаллана. Закон буйынса, әгәр завод, рудниктар һәм урман биләмәләре заводсының үҙ ерендә түгел, ә ҡуртымға алынған ерендә урынлашһа, ул хужаға сығарылған металл табышының 2 процентын түләргә тейеш була. Был осраҡта был аҡса Ырымбур губерна канцелярияһына килергә тейеш була, Ул Осокиндың был шартты үтәүен контролдә тотоу һәм Осокинға ерҙәрҙе ҡуртымға биргән башҡорттарға аҡса тапшырыу бурысын үҙ өҫтөнә ала.[1]

Был пункт Осокинға оҡшамай, документҡа ҡул ҡуйылмай һәм 1747 йылдың февралендә губерна канцелярияһы берг-коллегияһына һәм Өфө провинция канцелярияһына контракт булмауы тураһында хәбәр ебәрә. Ошо нигеҙҙә артабанғы төҙөлөш һәм рудниктар менән файҙаланыуҙы тыйырға ҡушыла.

Март башында губерна канцелярияһына контрактҡа ҡул ҡуйырға бөтә вәкәлләттәрен биреп Осокин үҙенең приказчигы Родион Набатовты ебәрә. Шулай итеп заводты төҙөүгә контрактҡа заводсы үҙе түгел, ә уның приказчигы ҡул ҡуя.

Заводтың беренсе домна мейесе 1749 йылда эшләй башлай. Артабан завод ҡулдан-ҡулға күсә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында завод халҡының бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1774 йылда завод яндырыла, 1776 йылда тергеҙелә.

Завод хужалары:1751 йылдан алып бер туған Мосоловтарҙың компанияһы, 1760 йылдан — И. П. Мосолов, 1762 йылдан — Я. С. Петров һәм М. С. Мясников, 1779 йылдан — П. К. Хлебников, 1809 йылдан — Л. И. Расторгуев һәм уның вариҫтары, 1900 йылдан — Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте. 1917 йылдан һуң национализациялана.

Хәҙер ваҡытта завод ҡасабаһы урынында Силәбе өлкәһе Наҙыпетровск ҡалаһы урынлашҡан. Завод модернизацияланған һәм ҙур һорау менән файҙаланған башнялы крандар сығара. Жираф башня крандары 2016 йыл йомғаҡтары буйынса башта Силәбе өлкәһенең иң яҡшы 20 тауары исемлегенә инә һәм Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары федераль конкурсы дипломанты тип таныла.[2]

Иҫкәрмәләр

  1. Гаяз Самигулов. Нязепетровский завод. Клуб путешественников.
  2. Владимир Пухначёв. Доклад "Их истории Нязепетровского Краностроительного завода". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2024.

Сығанаҡтар