Нитра

Нитра (словак. Nitra, нем. Neutra) — Словакияның ҡалаһы, Нитра крайының административ үҙәге.

Илдең көнбайышында, Трибеч тауҙары армытындағы Нитра йылғаһы буйында, Братиславанан 90 км тирәһе төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Халҡы (2013 йылдың 1 ғинуарында) — 81 351 кеше, ҙурлығы буйынса илдә бишенсе ҡала.

Словакияның иң боронғо ҡалаларынан иҫәпләнә. Йылъяҙмаларҙа ул тәүге тапҡыр 828 йылдарҙа телгә алына. Ҡала хөрмәтенә 9543 астероиды Нитра тип аталған.

Тарих

Нитра милая, Нитра, ты высокая Нитра!
Где же то время, когда ты процветала?…
Ты была когда-то главою всех земель,
Где текут Дунай, Висла и Морава.
Ты была столицей Короля Святополка,
Когда там господствовала мощная рука его;
Ты была святой обителью Мефодия…

Словацкая песня[5]

V быуаттың аҙағында Нитра территорияһына беренсе славяндар килгән. VII быуатта был территория Само дәүләтенең өлөшө булып торған. Һуңынан бында Нитран кенәзлеге барлыҡҡа килгән, аҙаҡтан ул Моймир тарафынан Бөйөк Моравия составына индерелгән.

Тап Нитра словак христианлығының нигеҙе була, 829—833 йылдарҙа мәжүси Прибина Зальцбург архиепискобын беренсе сиркәүҙе изгеләндерергә саҡырған. Ошонда уҡ Кирилл һәм Мефодий туҡтап торған. Бөйөк Моравия ҡолатылғандан һуң Нитра Венгрия короллегенә инә һәм ундағы жупаның үҙәгенә әйләнә.

1248 йылда Нитра ирекле ҡалаға әйләнә һәм Венгрия короллегенең иң бай ҡалаһы булып иҫәпләнә. XIX быуаттың башында бында 10 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Яңы Чехословакия составында Нитра тағы жупа үҙәге була. Хәҙер Нитра көнбайыш Словакияның сәнәғәт үҙәге.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Ҡала райондары

Чермань, Түбәнге Кршкан, Дражовцы, Үрге Кршкан, Кинек, Млинарцы, Паровски Гров, Иҫке ҡала, Зобор

Биҫтәләре

Делы, Хренова, Клокочина, Паровцы

Гидрография

  • Нитра йылғаһы
  • Ҡушылдыҡтары: Добротка, Селенец, Радошинка
  • Кесе Нитра ҡултығы

Халыҡ

2001 йылдағы мәғлүмәт буйынса халҡының этник составы:

  • 95 % — словак
  • 1,7 % — венгрҙар
  • 0,7 % — чехтар
  • 0,55 % — сиғандар
  • 0,1 % — украиндар
  • 1,2 % — башҡалар

Архитектура

undefined
  • Изге Эммерам базиликаһы
  • Нитран замогы
  • Костелдар һәм күп һанлы һарайҙар

Туғанлашҡан ҡалалары

Шәхестәр

  • Прохазка, Оттокар (1858—1927) — рим-католик сиркәүе епискобы
  • Шварц, Штефан (1851—1924) — австрия скульпторы, медальер, Вена художество академияһы профессоры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Corgoň — урындағы һыра етештереүсе
  • Нитра (өлкә)

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ http://www.zielona-gora.pl/PL/1111/3559/Nitra__Slowacja/
  2. ↑ https://www.naperville.il.us/government/board-and-commissions/sister-cities-commission/nitra-slovakia/
  3. ↑ Перепись населения Словакии в 2021 году — Братислава: Statistical Office of the Slovak Republic.
  4. ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
  5. ↑ Шевырев, Степан Петрович. 1—4 // История русской словесности. — М., 1859. — Т. 3. — С. 181.

Әҙәбиәт

  • R. Charles Bowlus, "Nitra: part of the when it Moravian realm become a did? Evidence sources in the Frankish, " Early Medieval Europe, 17,3 (2009), 311—328.

Һылтанмалар

Категориялар