Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы

Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы (1912 йыл — 13 октябрь 1943 йыл) — рядовой. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1] (үлгәндән һуң).

Биографияһы

Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы 1912 йылда Салауат районының Шәрәк ауылында тыуа. Ауылдың башланғыс мәктәбендә 4 синыф тамамлай. Карл Маркс колхозында эшләй[2].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 16 июлендә мобилизация буйынса Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла[3].
Хәрби хәрәкәттәрҙә 1941 йылдың сентябренән ҡатнаша. Үҙәк фронттың 65-се армияһы 19-сы уҡсылар корпусы 354-се уҡсылар дивизияһының 1199-сы уҡсылар полкының 1-се уҡсылар батальонында хеҙмәт итә[1]. Танкыға ҡаршы ҡорал взводының расчет командиры була. Дивизия составында Мәскәү өсөн алыштарҙа, Ржев һөжүм операцияһында, Курск алышында ҡатнаша[2]. Партияһыҙ.

Гомель өлкәһенең Терехов районы Ҡыҙыл Буда ауылы эргәһендәге алышта һәм Сож йылғаһын Яңы Терешковичи ауылы эргәһендә аша сыҡҡанда күрһәткән ҡаһарманлығы һәм ҡыйыулығы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана[2].

Алынған яраларынан 1943 йылдың 13 октябрендә вафат була. Черновцы ауылында ерләнә[4]. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса Чернигов өлкәһенең Городня ҡалаһында ерләнә[1].

Ғаиләһе

Таһир Ниғәмәтйән улы менән тормош иптәше Мәрзиәнең берҙән-бер улдары — Раян була.

Наградалары

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (05.10.1943)[2]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Нигаматьянов Тагир Нигаматьянович
  2. 1 2 3 4 Ситдиков Р. Д. Эта память - наша совесть. — Уфа: Информреклама, 2023. — 216 с. — ISBN 978-5-906878-95-3.
  3. Нигматьянов Тагир Нигматьянович
  4. Память. Башкортостан. Книга 17, стр 61