Ниғәмәтйәнов Хәбирйән Ниғәмәтйән улы
Ниғәмәтйәнов Хәбирйән Ниғәмәтйән улы (1916 йылдың 21 июле, Шәрәк ауылы, Лағыр ауыл советы — 1984 йылдың 3 апреле, Лағыр, Башҡорт АССР-ы) — Лағыр ауыл советының беренсе водителе. Бөйөк Ватан һуғышында 484-се айырым автотранспорт батальонында шофёр булып ҡатнаша. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Прездиумының Почёт грамотаһы менән наградланған (1960).
Биографияһы
Хәбир Ниғәмәтйән улы Ниғәмәтйәнов 1916 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Шәрәк ауылында тыуа. Лағыр ауылында 1-се баҫҡыслы берҙәм хеҙмәт мәктәбендә 4 синыф тамамлай.
Лағыр ауыл советының беренсе водителе була, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем К. Маркс исемендәге колхозда эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылдың июленән Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Мәскәү хәрби округында 484-се айырым автотранспорт батальонында (1941 йылдың 1 октябренән 1942 йылдың 10 мартына тиклем Мәскәүҙе обороналаған хәрәкәт итеүсе армия составында) шофёр булып хеҙмәт итә.
1945 йылда Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә, тыуған яҡтарына 1946 йылда ғына ҡайта.
Оҙаҡ йылдар «Әй» колхозында водитель булып эшләй. Производствола оҙайлы һәм емешле хеҙмәте өсөн колхоздың Хеҙмәт даны китабына индерелә.
1960 йылда автомобиль һәм шоссе юлдарын төҙөүҙә һәм төҙөкләндереүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән наградлана.
1984 йылдың 4 апрелендә вафат була. Лағыр ауылында ерләнгән.
Ғаиләһе
Тормош иптәше — тыл ветераны Фәйхүнә Насип ҡыҙы менән 6 бала: 3 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Әй» колхозының Хеҙмәт даны китабына индерелә.
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1960)
- Юбилей миҙалдары.
«Үлемһеҙ полк» проекты |
Һылтанмалар
- Ситдиков Р. Эта память - наша совесть / Ситдиков Р. Д.. — Уфа: Информреклама, 2023. — С. 99. — 2015 с. — ISBN 978-5-906878-95-3.