Ниғәмәтйәнов Әлфит Рафаил улы

Әлфит Рафаил улы Ниғәмәтйәнов (рус. Альфит Рафаилович Нигаматьянов; 1982 йылдың 14 марты, Иҫке Һикәяҙ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй иҡтисадсыһы, юрист, йәмәғәт эшмәкәре. 2021 йылдан Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Биографияһы

Ниғәмәтйәнов Әлфит Рафаил улы 1982 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Тәтешле районы Иҫке Һикәяҙ ауылында тыуған[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда үҙ ауылындағы Э. Тельман исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында комбайнер ярҙамсыһы булып башлай[2].

1999—2002 йылдарҙа Өфө финанс-иҡтисад колледжы махсус белем биреү дәүләт учреждениеһында «бюджет һәм бюджет иҫәбе» һөнәре һәм «финансист» квалификацияһы (рус.)баш. буйынса махсус урта белем ала[3].

2002—2004 йылдарҙа саҡырыу буйынса Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Икенсе Чечня һуғышына эләгә. Хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветераны[3].

2005—2006 йылдарҙа «НеФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә слесарь, артабан йәмғиәттең Сифат хеҙмәте идаралығында инженеры була[1].

2007—2010 йылдарҙа шәхси эшҡыуарҙа һатыу буйынса менеджер (рус.)баш. булып эшләй. Һуңынан 2011 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең халыҡты гражданлыҡ яҡлауының ҡотҡарыу хеҙмәтендә оператив дежурный була. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы) «финанс һәм кредит» йүнәлеше буйынса юғары белемле «иҡтисадсы» һөнәре ала[3].

2012—2021 йылдарҙа Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы реабилитация (рус.)баш. комиссияһы рәйесе була. 2018 йылда икенсе юғары белем алып, Башҡорт дәүләт университетын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай[2].

2021 йылдан алып Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе[3].

2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[1]. Парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты[4] һәм «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булараҡ, Әлфит Рафаил улы махсус хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына ғына түгел, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә хоҡуҡи ярҙам күрһәтә, яраланғандан һуң реабилитация үтергә булышлыҡ итә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Нигаматьянов Альфит Рафаилович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 Депутаты \ Нигаматьянов Альфит Рафаилович. Сайт Депутаты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 4 Лица Партии. Нигаматьянов Альфит Рафаилович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  4. Комитет по здравоохранению, социальной политике и делам ветеранов. Нигаматьянов Альфит Рафаилович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  5. Эдуард Кускарбеков. Альфит Нигаматьянов: Участники СВО из Башкирии могут рассчитывать на всестороннюю юридическую помощь. ИА «Башинформ» (16 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
  6. Нигаматьянов Альфит Рафаилович. Сайт Награды Рдины. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә