Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы
Биографияһы
Рәсим Мөхлис улы Нәсибуллин 1960 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1972—1976 йылдарҙа Өфөләге Рәсәй урта художество сәнғәт мәктәбендә уҡый[2].
Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте бүлексәһенә (хәҙер — Сәнғәт институты филиалы) уҡырға инә һәм уны 1982 йылда тамамлай.
1982 йылдан республика, зона, төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Әҫәрҙәре ҡуйылған музейҙар һәм картиналар галереялары: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), «Марс» заманса сәнғәт үҙәге (Мәскәү), Өфө рәсем сәнғәте галереяһы, РФА Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы (Өфө), «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәге (Ҡазан).
1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы[3]
33 йылдан артыҡ хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты вазифаһында эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Севастополь ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008)