Ожегова Анисья Павловна

Анисья Павловна Ожегова (1907 йылдың, Вятка өйәҙе[d], Вятка губернаһы1984 йылдың 28 марты, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Киров өлкәһенең Вожгалы (Кумёны) районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозының звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы

Анисья Павловна Ожегова 1907 йылдың 29 декабрендә Спирихин Починок ауылында тыуған[1].

Белеме — башланғыс.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1921 йылда Вяткала сауҙагәр Никулинда хеҙмәтсе булып башлай. 1923 йылда тыуған ауылы Спирихин Починокка ҡайта, бай крәҫтиән Ожеговта ялсы булып эшләй. 1925—1930 йылдарҙа ата-әсәһенең хужалығында ярҙамлаша. 1930 йылдан колхозсы булып эшләй башлай, «Ҡыҙыл Октябрь» (Киров өлкәһе Вожгалы ауылы) колхозында ашхана мөдире, һарыҡ фермаһы мөдире, картуф үҫтереү буйынса звено етәксеһе була.

Ул етәкләгән коллектив, картуф үҫтереүҙең агротехникаһын һаҡлап һәм эшкәртеүҙең алдынғы технологияларын ҡулланып, йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә.

1948 йылда рекордлы картуф уңышы алған өсөн — 6 гектар майҙандың һәр гектарына 514,3 центнер — СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 23 июнендәге указы менән, А. П. Ожеговаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1962 йылда хаҡлы ялға сыға һәм Сибай ҡалаһында йәшәй. 1984 йылдың 28 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4: Л—О. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5

Һылтанмалар