Панфёров Владимир Иванович

Владимир Иванович Панфёров (рус. Владимир Иванович Панфёров1957 йылдың 5 авгусы, Савельевка, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ғалимы, металлург-инженер. 1982 йылдан Магнитогорск тау-металлургия институты уҡытыусыһы, 1996 йылдан — Силәбе дәүләт техник университеты һәм Көньяҡ Урал дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2016 йылдарҙа йылылыҡ-газ менән тәьмин итеү һәм вентиляция кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Биографияһы

Владимир Иванович Панфёров 1957 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы[2] Савельевка ауылында тыуған[3].

1979 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «металлургия производствоһын автоматлаштырыу» һөнәре буйынса «отлично»ға тамамлай һәм ассистент вазифаһында шунда эшкә ҡалдырыла[4].

1979—1982 йылдарҙа Магнитогорск тау-металлургия институтының аспирантураһында уҡый һәм уны тамамлағас, «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Прокатлау алдынан металл йылытыуҙы тикшереү һәм оптималләштереү» темаһына диссертация яҡлай[4].

1995 йылда шул уҡ Магнитогорск тау-металлургия институтында «Металл йылытыуҙы контролдә тотоу һәм оптималләштереү ысулдарының теплотехник нигеҙҙәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ошо 1995 йылда уға «профессор» ғилми исеме бирелә[3].

1982 йылдан ғалим үҙе тамамлаған Магнитогорск тау-металлургия институтында эшләй, сәнәғәт кибернетикаһы һәм идара итеү системалары кафедраһы ассистентынан профессорына тиклем хеҙмәт юлы үтә[3].

1996 йылдан — Силәбе дәүләт техник университеты һәм Көньяҡ Урал дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2016 йылдарҙа йылылыҡ-газ менән тәьмин итеү һәм вентиляция кафедраһы мөдире була[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

Владимир Панфёров йылылыҡ-техник процестарҙы моделдәштереү һәм оптималләштереү өлкәһендә белгес. Ғалим 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарған. Уның ғилми тикшеренеү һөҙөмтәләре Магнитогорск металлургия комбинатының «2500 станы»ның йылытыу мейестәрен контролдә тотоу һәм идара итеү системаларында, Белорет металлургия комбинатының оҙон термоагрегаттарында, шулай уҡ Магнитогорск калибрлау заводының һалҡын прокат таҫмаһы цехының технологик процестар менән идара итеүҙең автомат системаларын эшләүҙә һәм проектлауҙа ҡулланыла[3].

Ғилми хеҙмәттәре

• Идентификация математической модели несимметричного нагрева слябов в методических печах //Известия вузов. Черная металлургия. 1992. № 4. (В соавторстве)[3];
• Идентификация математической модели нагрева слябов в методических печах //Известия вузов. Черная металлургия. 1994. № 8[3];
• Численный расчет систем автоматического регулирования //Известия вузов. Черная металлургия. 1997. № 4[3];
• Расчет установок регуляторов температуры в зонах методической печи //Известия вузов. Черная металлургия. 1997. № 6[3];
• Методы контроля металла АСУТП методических печей //Известия вузов. Черная металлургия. 2002. № 10[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010)[4];
• Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2003)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 https://www.magtu.ru/attachments/article/689/nauchnaya-elita.pdf?ckattempt=2
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Филатов В.В., Ивкина Т.В. Научная элита Магнитогорского государственного технического университета имени Г. И. Носова: биографии докторов наук и профессоров. Магнитогорск. гос. техн. ун-т им. Г.И. Носова (2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
  4. 1 2 3 4 5 Панферов Владимир Иванович. Научная библиотека ЮУрГУ (25 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.

Һылтанмалар

Научная библиотека ЮУрГУ. Панферов Владимир Иванович (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2025).