Плетенёва Зоя Ивановна
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 20 октябрь 1926 |
Вафат булған көнө | 28 май 2012 (85 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны |
Плетенева Зоя Ивановна (20 октябрь 1926 йыл, Чимошур ауылы, хәҙер Удмурт Республикаһы — 28 май 2012 йыл, Ҡурған өлкәһе) — Ҡурған өлкәһенең Лебяжье районы «Восток» колхозының быҙау ҡараусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Биографияһы
Зоя Ивановна Плетенева 1926 йылдың 20 октябрендә Удмурт автономиялы өлкәһенең Глазов өйәҙе Чимошур ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәҙер ауыл Удмурт Республикаһының Игра районы «Кабачигурт» муниципаль берәмегенә инә.
Башланғыс белем алғандан һуң үҙ ата-әсәһе хужалығында эшләй. 1938 йылда урындағы «Чимошур» колхозында эшләй башлай.
1965 йылдан Ҡурған өлкәһенең Лебяжье районы Плоское ауыл Советының Плоское ауылында йәшәй, унда Лебяжье районының «Восток» колхозының быҙау ҡараусы булып эшләй. 1968 йылда КПСС сафына инә.
Йыл һайын быҙау үҫтереү буйынса планды арттырып үтәй. Лебяжье районында иң яҡшы быҙау ҡараусы булып китә. СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 6 сентябрендәге указы менән, Бөтә Союз социалистик ярышта юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм 1972—1973 йылдарҙың ҡышҡы осорона малсылыҡ продукттарын етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыу буйынса ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт ҡыйыулығы өсөн, Зоя Ивановна Плетеневаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Мәскәүҙә Бөтә Союз күргәҙмәһе — ВДНХ-ла ҡатнаша, унда алтын миҙал ала.
Күп тапҡыр КПСС-тың Ҡурған өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана.
Зоя Ивановна Плетенева 2012 йылдың 28 майында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1973 йылдың 6 сентябрендәге СССР Юғары Советы президиумы Указы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы
- ВДНХ-ның алтын миҙалы
- Лебяжье районының почетлы гражданы[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Почётные граждане Лебяжьевского района(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
Плетенёва Зоя Ивановна . «Герои страны» сайты.
- Плетенёва Зоя Ивановна/ Лица Зауралья
- Плетенёва Зоя Ивановна// Золотое созвездие Зауралья, т. 2, стр. 350—352
- КПСС ағзалары
- Ҡурған өлкәһендә вафат булғандар
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- 28 майҙа вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР-ҙа тыуғандар
- Малсылар
- Алфавит буйынса шәхестәр