Пухов (Словакия)

Пухов (словак. Púchov, нем. Puchau, мадьярса Puhó) — төньяҡ-көнбайыш Словакияла Ваг йылғаһы буйындағы сәнәғәт ҡалаһы. Халҡы һаны — яҡынса 19 мең кеше.

Ҡала символикаһы

Гербы

Гербта күк фонда аждаһа өҫтөнән күтәрелеп торған изге Мария һүрәте. Ҡулдарында алтын зәйтүн ботағы һәм алтын ҡылыс тотҡан.


Флагы


Флагы 2 : 3 нисбәтендә ҡарлуғас ҡойроғо һымаҡ тамамлана (өсмөйөшлө уйым). Флаг төҫө ҡала гербы төҫөнә тап килә: (алтын), һары (көмөш) аҡ, күк. Флаг Словак Республикаһының Геральдик реестрында теркәлгән, III том, 136-сы бит, Словакия Республикаһы Эске Эштәр Министрлығы һәм Словакия Матицаһы (словак мәҙәни-ағартыу ойошмаһы), 2003 йыл.

Тарихы

Пухов беренсе тапҡыр 1243 йылда король Бела iv-хатында телгә алына. Урта быуаттарҙа ҡала туҡыусылары менән дан алған. XX быуат башында яңы заводтар — «Макит» һәм «Матадор» барлыҡҡа килә, улар хәҙер ҙә ҡалала өҫтөнлөклө булып ҡала.

Иҫтәлекле урындары

  • Костёл мәхәлләһе
  • Пухов археология музейы — Пухов археологик мәҙәниәте музейы.[4][5]

Туғанлашҡан ҡалалар

Һылтанмалар

Категориялар