Пушкинский ауыл советы (Ырымбур өлкәһе)

Пушкинский ауыл советы — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл биләмәһе.

Административ үҙәге — Пушкинский ҡасабаһы.

Тарихы

2005 йылдың 9 мартында Ырымбур өлкәһе ҡанундарына ярашлы, № 1901/343-III-КҮЛ[3] Пушкин ауыл советы ауыл биләмәһе барлыҡҡа килә, муниципаль берәмектәрҙең сиге билдәләнә. 2005 йылға тиклем борон-борондан башҡорттар йәшәгән Егәннек тигән башҡорт ауылы була ул. Хәҙерге көндә төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй, ләкин башҡорттар күпселектә.

Халҡы

2010 2012 2013 2014 2015 2016 2017

1248 ↘1212 ↘1186 ↘1147 ↘1103 ↘1063 ↘1044 Введите название объекта АТД

Ауыл биләмәһе составы

ТораҡТораҡ төрөХалҡы
1Пушкинскийҡасаба, административ үҙәк628[4]
2Иҫке Богдановкаауыл204[4]
3Юлтыйауыл306[4]
4Юринскийҡасаба110[4]

Археология

  • 2009 йылдың июнь уртаһында элек-электән башҡорттар йәшәгән Юлтый ауылы (яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың тыуған ауылы) янында, Туҡ йылғаһы ярында кеше һөйәктәре табыла. Һөйәктәр янында трапеция формалы таш әйбер ҙә була. Мосолман ата-әсәләрҙең талабы буйынса үҫмерҙәр баш һөйәктең киҫәктәрен, башҡа һөйәктәрҙе, саҡматаштан яһалған әйберҙәрҙең һыныҡтарын үтек ҡумтаһына һалып, элекке Исмәғил ауылының боронғо башҡорт зыяратына алып барып күмәләр. Исмәғил ауылының урыны Юлтый ауылынан 3,8 км көнсығышта ята. Һөйәктәр табылған Красноярка ҡәберлеге Юлтый ауылынан төньяҡ-көнсығышта, Туҡ йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Археологтар табылған һөйәктәрҙе энеолит (4035-3992 йй. до н. э.) дәүеренә ҡарай тип иҫәпләйҙәр[5].

Һылтанмалар