Рафиҡов Сәйфи Сафа улы

Рафиҡов Сәйфи Сафа улы (рус. Рафиков Сайфи Сафиевич (1914 — 6 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, 3-сө ранглы хәрби ветврач.[1][2].

Биографияһы

1914 йылда Чкалов өлкәһе, хәҙерге административ бүленеш буйынса Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Үрнәк ауылныда тыуған. 1938 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына, һуғыш башланғанда армияла була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ветеринария хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә.[3]

Рафиҡов Сәйфи Сафа улы 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһе (хәҙерге Липецк өлкәһе) Ефросимовка (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Борки ауылы янында һәләк була.[1] Тербуны-2 туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.[4]

Наградалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ