Рафиҡов Хәмит Хөсәйен улы

Рафиҡов Хәмит Хөсәйен улы (рус. Рафиков Хамит(д) Хусаинович) (1912 – 17.4.1944) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.[1]

Биографияһы

1904 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса Башҡортостандың Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Оло Теләк районы военкоматы тарафанан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.[2] 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия полкында минометчик, 62-се гвардия кавалерия полкында ҡыоыссы булып хеҙмәт итә.

Рафиҡов Хәмит Хөсәйен улы 1944 йылдың 17 апрелендә һуғышта һәләк була. Украина СССР-ы Волынь өлкәһе Поповка ауылында ерләнгән.[1]