Яхин Риза Хажиәхмәт улы

Яхин Риза Хажиәхмәт улы (13 июнь 1935 йыл — 15 декабрь 1998 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).

Биографияһы

Риза Хажиәхмәт улы Яхин 1935 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Абдрахман тыуған.

1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозында комбайнсы булып эшләй. Хеҙмәт етештереүсәнлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1971—1973 йылдарҙа 8—13 мең, 1976 йылда 27 мең центнер ашлыҡ һуға. РСФСР Юғары Советының 10-сы саҡырылыш депутаты. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973) ордендары менән бүләкләнгән.

Баймаҡ районының һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы[1].

Сығанаҡтар