Зыязитдинов Рим Сәләх улы
Рим Сәләх улы Зыязитдинов (рус. Зиязетдинов, Рим Саляхович; 1953 йылдың 19 апреле, Боғҙан ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2018 йылдың 11 марты, Салауат, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй театр актёры, 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы.
Биографияһы
1953 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуған.
1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй.
Оҙаҡ йылдар Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының вәкиле вазифаларын башҡара[1].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Һаҙый ҡарт («Шайтан квартиранттар», Р. Кинйәбаев).[3]
- Йәш Булат — «Ләйсән» (Мортазин)
- Становой — «Кейәү» (Ибраһимов)
- П. Корчагин — «Драматик йыр» (Анчаров, Брагинский).
- Досужев — «Табышлы урын» (А. Островский).
- Һалдат — «Иблис уҡыусыһы» (Б. Шоу)
- Мирзахан — «Ташҡындар» (Т. Ғиззәт)
- Сапҡын — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим)
- Ринат — «Түгелмә, шатлыҡ» (Ш. Рәхмәтуллин)
- Самат — «Бәхет йондоҙо» (М. Хәйҙәров)
- Урмантаев — «Яралы ҡош тауышы» (М. Хәйҙәров)
- Йәнғәле — «Бәхтегәрәй» (Ә. Мирзаһитов)
- Тимербәк — «Ғүмер ике бирелмәй» (Ә. Мирзаһитов)
- Яхья — «Әсәләр көтәләр улдарын» (Ә. Мирзаһитов)
- Сапҡын — «Антигона» (Софокл)
- Ҡотош — «Йәшлегем тирәктәре» (К. Аҡбашев)
- Айсыуаҡ — «Атылған өйөр» (Ф. Бүләков)
- Фәрит — «Таштуғай» (Ф. Бүләков)
- Айрат — «Текә яр янында» (Н. Ғәйетбаев)
- Морат — «Хуш, мин китәм» (Н. Ғәйетбаев)
- Буслаев — «Тупһа» (А. Дударев)
- Морозов — «Ҡыҙыл көртмәле тәлгәше» (А. Губарев)
- Кинйә — «Иртәнге томан» (Ф. Богданов)
- Адам Федорович — «Мөхәббәт хаҡына» (Р. Байбулатов)
- Хәлфин — «Мине саҡырыусы уттар» (Ф. Богданов)
- Һаҡсы — «Мөхәббәтһеҙ ҡала» (Л. Устинов)
- Зинәтулла — «Вәғәҙә» (Ф. Әсәнов)
- Пионер — «Әгәр һөйөү ысын булһа» (Х. Вәхит)
- Форсат — «Йөрәгегеҙҙе ҡапламағыҙ» (И. Абдуллин)
- Сәйфулла — «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури)
- Угарев, Камаев — «Провинциаль анекдоттар» (А. Вампилов)
- Рәиль — «Яран — хушлашыу сәскәһе» (Ф. Бүләков)
- Илғотло — «Ашҡаҙар» (К. Аҡбашев)
- Мөхтәр — «Миләш-Миләүшә» (Н. Асанбаев)
- Кинйә — «Кисер мине, әсәй!» (Р. Батулла)
- Илдар — «Һарысәс» (Ҡолдәүләт)
- Диамар — «Текә яр янында» (Л. Вәлиев)
- Рамаҙан — «Үҙ өйөндә ҡунаҡ» (Чичков)
- Саяр — «Әсәйемдең аҡ күлдәге» (Ш. Хөсәйенов)
- Вәли — «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов)
- Мансур — «Ташлама мине, өмөт» (Х. Ирғәлин)
- И. Федулов — «Салауат» (М. Кәрим)
- Староста — «Гөлшаян» (М. Әмир)
- Тизыҡ — «Йылан тиреһе» (Ә. Дилмөхәмәтова)
- Ғәфүр — «Үлтереп китәм» (Н. Ғәйетбаев)
- Ишәк — «Винни Пух һәм уның дуҫтары» (А. Милн, 2000г)[4]
Театрҙа эшләү дәүерендә 70-тән артыҡ ролдә уйнай[5].
Ғаиләһе
- Тормош иптәше — Гөлшат Зыязетдинова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Балалары: ҡыҙы — Яҙгөл, улы — Илнур[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Зиязетдинов Рим Саляхович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Ушел из жизни народный артист Республики Башкортостан Рим Зиязетдинов. Министерство культуры Республики Башкортостан (12 март 2018).
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6107/36256508.16/0_5e90a_6b7b47d9_orig
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6107/16389044.27/0_75d76_5a9bc6e6_orig
- ↑ Зиязетдинов Рим Саляхович - Молодежное театральное искусство. 2 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Не стало народной артистки Башкортостана Гульшат Зиязетдиновой. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.