Розалин Сасмен Ялоу
Биографияһы
Розалин Сасмен Ялоу 1921 йылдың 19 июлендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында йәһүд иммигранттары Саймон Сассман һәм Клара Ципперҙың ғаиләһендә тыуа[4]. Улар төргәк-ҡап материалдары менән һатыу итеү өлкәһендә эшләй. Розалин 1941 йылда Хантер колледжын тамамлай, физика менән ҡыҙыҡһына. Ләкин ҡатын-ҡыҙ булғас, уны бер университет та ҡабул итмәҫ тип уйлай. Сасмен Колумбия университетына машинистка булып эшкә инә, шунан секретарь вазифаһына күсә. Әммә шул уҡ йылды ул Урбана-Шаймпэйндағы Иллинойс университетына саҡырыла, сөнки икенсе донъя һуғышы арҡаһында ир-ат етешмәй. 1943 йылда Сасмен Арон Ялоуға кейәүгә бара. 1945 йылда ядро физикаһында философия докторы була.
Диссертация яҡлағандан һуң Сасмен Ялоу Ветерандар эштәре идаралығының Бронкс госпиталендә эшләй башлай, унда Соломон Берсон менән берлектә ҡандың биологик составын асыҡлауҙың радиоизотоп ысулын эшләй. Башта улар кеше плазмаһында инсулинды детекторлау ысулын таба[5]. Яңы радиоиммунологик ысул ҡандың гормондар, витаминдар, ферменттар кеүек минор компоненттарына ҡарата ҡулланыла башлай.
Ялоуҙың күп эштәре Соломон Берсон менән берлектә эшләнә, әммә ул Нобель премияһы бирелгәнгә тиклем мәрхүм булып ҡала.
Розалин Сасмен Ялоу 2011 йылдың 30 майында Нью-Йоркта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ялоу Розалин Сасмен // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 1 2 Rosalyn Yalow // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ Rosalyn S. Yalow // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Rosalyn S. Yalow, Nobel Medical Physicist, Dies at 89. (инг.)
- ↑ Yalow RS, Berson SA. Immunoassay of endogenous plasma insulin in man. J Clin Invest 1960;39:1157-75. PMID 13846364.
Һылтанмалар
- Розалин Ялоу // Биография на сайте электронной библиотеки «Наука и техника»
- Автобиография Розалин Ялоу на сайте Нобелевского комитета (инг.)