Рәмәште (ауыл)

Рәмәште (рус. Ремашта) — Белорет районының Инйәр ҡасаба хакимиәтенә ингән ауыл булған (Башҡорт АССР-ы — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы).

undefined

Географияһы

Ауыл Рәмәште тип аталған уйпатта, Рәмәште йылғаһының Оло Инйәргә ҡойған урынында, Инйәр тамағынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 24 км көнбайыштараҡ — Арышпар ауылы.

Тарихы

Рәмәште ауылы 1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына ҡараған. 1954 йылға тиклем 14 ауыл — Инйәр, Ҡаҙмаш, Рәмәште, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Төлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Соран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә[1].

Рәмәштелә башланғыс мәктәп булған. 1968 йылда ауылда 91 кеше йәшәгән, күпселеге урыҫ милләтле[2]. Ауыл кешеләре Инйәр леспромхозының Рәмәште участкаһында эшләгән, ул 1971 йылда таратылған.

Ауыл, Белорет районының байтаҡ урмансылар ауылы кеүек үк, юҡҡа сыҡҡан, рәсми рәүештә иҫәп мәғлүмәттәренән 1981 йылда төшөп ҡалған[3].

Һуңғы йылдарҙа ауылды тергеҙергә тырышалар[4].

Һылтанмалар