Рәмәште (йылға)

Рәмәште (башҡ. Рәмәште, рус. Ремашта) — Рәсәй, Башҡортостандағы Белорет районының Инйәр төбәгендәге йылға[1] Йылғаның тамағы Инйәр йылғаһының һул яҡ ярында, 135-се саҡрымында Инйәргә килеп ҡушыла[2][3].

Йылға тамағында Рәмәште тип аталған ауыл бар[4].

Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе

Йылғаның атамаһы

Оло Инйәр тирәһендәге йылғаларҙың атамалары «шты», «ште» ялғаулы гидронимдарға бай — Һарышты, Рәмәште, Лапышты, Манышты, Исҡушты, Ҡалашты һәм башҡалар. Көньяҡ Уралдың башҡа бер төбәгендә лә бындай күренеш күҙәтелмәй.[5]. Белорет районында Рәмәш тигән тау ҙа бар.

Тәбиғәте

Йылға тау йылғаларына хас тиҙ ағымлы. Һыуы таҙа, сөнки был сығанаҡ тирәләй Рәмәштенән башҡа ауыл юҡ. Рәмәште үҙе лә хәҙер юҡҡа сыҡҡан тиерлек, уны яңынан тергеҙергә ынтылыусылар бар[6]. Инйәр ҡасабаһынан түбәнерәк ағымда урмандарҙа йүкә күп. Шуға күрә борондан был яҡта ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Балды был яҡта ҡорттар башлыса йүкәнән йыя, урманлы яҡтарҙа сәскәле болондар күп түгел. Үҫемлек һәм кейек-ҡош донъяһы Инйәр зонаһыныҡына хас. Тәбиғәте бик матур һәм туристарҙы тартып тора[7].

Карта

Иҫкәрмәләр

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. Характеристика притоков Инзера 2014 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
  3. Река Большой Инзер — река Малый Инзер — река Лемеза. Отчет о походе III к.с. Автор — Мельников Вадим< 2017 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
  4. Р. Г.Шәйбәков Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  5. Шивера Сарышта
  6. Аниса Янбаева. Национальная идея семьи Подшиваловых — «Республика Башкортостан», 7 октября,2019
  7. Отчет о том как поехали на Ремашту, а приехали на Казмаш!

Фотографиялар

  • Дорога из Ремашты в Арышпарово [1]

Сығанаҡтар

  • Отчет о том как поехали на Ремашту, а приехали на Казмаш![2]
  • Аниса Янбаева. Национальная идея семьи Подшиваловых — «Республика Башкортостан», 7 октября,2019