Рәсәйҙә урман янғындары (2025)

2025 йылда Рәсәйҙә урман янғындары — 2025 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһы территорияһында урмандарҙың яныу осраҡтары.

Фараз

Урман хужалығының федераль агентлығы мәғлүмәтенә ярашлы, 2025 йылда урман янғындары аномаль тәбиғәт шарттары арҡаһында ғәҙәттәгенән алдараҡ башланыуы мөмкин[1]. Ҡыштың ҡарһыҙ булыуы сәбәпле Үҙәк федераль округҡа башҡа йылдарҙағы кеүек апрель урталарына түгел, ә марттың уртаһына тәбиғәт янғындарына әҙер булырға ҡушыла[2]. Шулай уҡ янғындарҙа кеше факторы ла ҙур роль уйнай.

«Ер һәр кемгә бәйле» проектында Урмандар, тотороҡло урман хужалығы һәм янғындар буйынса эксперт Алексей Ярошенко:

2025 йылда юғары янғын хәүефенең сәбәптәре Рәсәйҙең күпселек урманлы зонаһында яҙҙың иртә килеүендә һәм илдең көнбайыш өлөшөндә көтөлгән аяуһыҙ ҡоролоҡта. Ҡоролоҡтоң буйыу булмауы яҙ һәм йәйҙең ни кимәлдә ямғырлы булыуына бәйле. Әммә әле үк былтырғы көҙҙөң ҡоро булыуы һәм ҡышын ҡарҙың әҙ яуыуы ерҙә һәм ҡар ҡатламында дымдың аҙ тупланыуына килтереүен ныҡлы әйтергә була[3],

 — тип белдерә. 2025 йылдың мартынан юғары янғын хәүефе Үҙәк, Көньяҡ, Волга буйы, Төньяҡ Кавказ федераль округтарында, шулай уҡ Алыҫ көнсығышта фаразлана. Брянск, Белгород, Мәскәү, Воронеж өлкәләре, Курск, Орёл, Смоленск өлкәләренең көнбайыш һәм үҙәк өлөштәре хәүеф зонаһында[4].

14 майға ҡарата Рәсәй Федерацияһының өс субъектында: тотошлай Калининград өлкәһендә, Краснодар крайының ике муниципаль берәмегендә, Пермь крайының 14 муниципаль берәмегендә янғынға ҡаршы режим индерелә.

Рәсәй Федерацияһының һигеҙ субъектында: тотошлай Краснодар крайында, Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Чечен Республикаларында, Белгород, Әстерхан, Калининград өлкәләрендә, Приморье крайының 18 муниципаль берәмегендә янғын хәүефе янаған миҙгел асылған[5].

Янғынға ҡаршы көрәште финанслау

2025 йылда урман янғындарына ҡаршы көрәш өсөн федераль бюджеттан төбәктәргә 20 миллиард һум бүлеү ҡаралған, был 2024 кимәленән күберәк[6].

Төбәктәрҙә янғындар

Амур өлкәһе

2025 йылдың яҙында тотош төбәк буйынса махсус янғынға ҡаршы режим индерелә. Майҙа Свободненск районы урманында янғын сыға, ул көслө ел һәм ҡоро көн шарттарында тиҙ тарала. 13 майҙа ут «Восточный» космодромы районындағы Циолковский ҡалаһына яҡынлаша[7], 14 майҙа янғын туҡтатыла[8].

Байкал аръяғы крайы

7 апрелгә ҡарата төбәктә 57 меңдән ашыу гектар майҙанда 32 янғын була. Тунгокоченск, Чернышевск һәм Чита райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә[9].

17 апрелдә Рослесхоз, Байкал аръяғы крайында федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү мөмкинлеге ҡаралыуын белдерә. Апрель мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып Рәсәй территорияһында теркәлгән янғын майҙандарының 60 проценты крайға тура килә[10].

2025 йылдың 23 апрелендә Байкал аръяғы крайында федераль әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә[11].

2025 йылдың 13 майына ҡарата крайҙа дөйөм 576 мең гектарҙа 45 урман янғыны теркәлә. Чита муниципаль округында ғына 31 мең гектарҙан ашыу майҙан яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары төркөмө Сохондо, Яблоново һәм Тургутуй тораҡ пункттарына күсә, шулай уҡ янғын һүндереүҙә Рәсәй МЧС-ының Ил-76 самолеттары ҡатнаша[12].

21 майҙа «Байкал» федераль трассаһы ябыла. Ул юлға яҡын килгәнлектән, Улётовский районда дүрт километр юл ябыла[13].

27 майҙа урман янғыны дүрт тораҡ пунктҡа: Доронинское, Новотроицк, Домна ауылдарына һәм Букачача ҡасабаһына яҡынлаша[14].

Приморье крайы

Февраль һуңында — мартта Приморье крайында ҡоро аҙ ҡарлы ҡыш, шулай уҡ кеше факторы арҡаһында киң күләмле янғындар сыға, уттың таралыуына көслө ел ярҙам итә.

Ростов өлкәһе

2 апрелдә Батайск эргәһендә Соленое күле янында ландшафт янғыны башлана, ҡоро үлән һәм ҡамыш яна. Ҡырағай ҡоштарҙың ояларына хәүеф янай, ә көслө төтөн Дондағы Ростовҡа етә[15].

Төмән өлкәһе

1 апрелдә төбәктә янғын хәүефе миҙгеле режимы индерелә. Төмән ҡалаһында «янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында граждандарҙың ҡаал урмандарында булыуын сикләү тураһында» ҡарар ҡабул ителә[16].

Хабаровск крайы

10 апрелдә РФ экология һәм тәбиғәт ресурстары министры Александр Козлов Хабаровск крайында янғын хәүефенә арналған ултырыш үткәрә. 2024 йылда край Рәәсйҙең урман янғындарынан зыян күргән 5 төбәге иҫәбенә инә, урман фондының 3,3 процент майҙаны зыян күрәа[17].

Хакасия

2025 йылдың 5 апрелендә республика территорияһында, төбәктәге янғын хәл-торошон киҫкенләштергән көслө ел арҡаһында, ғәҙәттән тыш хәл һәм янғынға ҡаршы режим индерелгән. Был көндө 43 янғын усағы теркәлә[18]. 2025 йылдың 6 апрелендә 60 янғын теркәлә, 35 ландшафт янғыны туҡтатыла, тәбиғәттәге янғын фронтының оҙонлоғо яҡынса 80,6 километрға етә[19][20], шулай уҡ Абакан, Саяногорск ҡалаларында, Аскизск, Бейск, Орджоникидзе, Усть-Абакан, Алтай райондарында торлаҡ йорттарға һәм ҡаралтыларға зыян килә[21].

11-13 апрелдә Таштып, Боград и Ширин райондарында урман янғындары туҡтатыла[22].

19 − 20 апрелдә республиканың туғыҙ районы һәм ҡалаһында янғындар, шул иҫәптән үлән яндырыуҙың контролдән сыҡҡан осрағы теркәлә[23][24].

Бүрәт Республикаһы

2025 йылдың 13 майында территорияла урман янғындарына бәйле төбәк әһәмиәтендәге ғәҙәттән тыш хәл индерелә. 13 май иртәһенә ҡарата Баунтовск эвенкий һәм Еравнинский райондарында дөйөм майҙаны 53 208 гектар тәшкил иткән 22 урман янғыны теркәлә[25].

28 майҙа урман янғындары яҡынлашыуы арҡаһында Сулхара ҡасабаһы халҡы эвакуациялана[26].

Яҡут (Саха) Республикаһы

Майға ҡарата Яҡустанда 20 мең гектар майҙан янған[27].

Республикала янғындарҙы булдырмау өсөн яуым-төшөм саҡырыу буйынса тәжрибә үткәрелә. Майҙан төбәктә яһалма яуым-төшөм саҡырыу буйынса ике зондлаусы самолет эшләй[27].

Тыва

Апрель урталарына ҡарата Тыва Республикаһы территорияһында 2025 йыл башынан алып 17 урман һәм 17 ялан янғыны теркәлгән. Янғындар Сут-Холь, Бай-Тайгин, Барун-Хемчик, Тандин, Каа-Хем, Чаа-Холь, Чеди-Холь райондарында һәәм Ҡыҙыл ҡалаһында дөйөм алғанда 291,39 гектар ерҙе ялмаған. Уларҙың 10-һы тораҡ пункттарынан 5 километрҙа ғына. Төп сәбәп булып шәхестәре билдәһеҙ кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы тора[28]. Киң масштаблы урман янғыны арҡаһында 16 апрелдә Тандин районында Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә. Огнем была охвачена территория общей площадью 354 г вблизи населенных пунктов Кызыл-Арыг, Арыг-Бажы һәм Сой тораҡ пункттары эргәһендә 354 гектар майҙанды ул ялмай. Хәл-торошто көндәрҙең эҫе тороуы, яуым-төшөм булмауы һәм көслө ел ҡатмарлаштыра[29].

Иҫкәрмәләр

  1. Лесные новости | Рослесхоз. rosleshoz.gov.ru (12 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2025.
  2. Рослесхоз ожидает лесные пожары в центре России в марте (12 февраль 2025). 14 март 2025 тикшерелгән.
  3. Худший пожарный прогноз за последние пять лет (билдәһеҙ). earthtouches.me (26 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2025.
  4. Из искры: лесные пожары могут начаться в 30 регионах уже в марте (21 февраль 2025). 14 март 2025 тикшерелгән.
  5. Авиалесоохрана: О лесопожарной обстановке в России на 00:00 мск 14.03.2025 г. НАНС (14 март 2025).
  6. Дмитрий Патрушев: Для борьбы с лесными пожарами в 2025 году регионы получат из федерального бюджета почти 20 млрд рублей - Арктикпост. arcticpost.ru (14 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2025.
  7. МЧС России. Telegram. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2025.
  8. Пожар около космодрома Восточный локализовали (14 май 2025). 14 май 2025 тикшерелгән.
  9. В Забайкалье горит 32 пожара, с утра их было на три больше (7 апрель 2025). 7 апрель 2025 тикшерелгән.
  10. В Забайкалье из-за лесных пожаров могут ввести федеральный режим ЧС (17 апрель 2025). 17 апрель 2025 тикшерелгән.
  11. В Забайкальском крае ввели федеральный режим ЧС из-за лесных пожаров (23 апрель 2025). 23 апрель 2025 тикшерелгән.
  12. МЧС России. Telegram. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2025.
  13. Российскую федеральную трассу перекрыли из-за пожара (21 май 2025). 21 май 2025 тикшерелгән.
  14. В Забайкалье лесной пожар приблизился к четырем населенным пунктам (билдәһеҙ). ОТР (27 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  15. «Апокалипсис рядом с нами»: зарево пожара возле Батайска видно за километры (2 апрель 2025). 3 апрель 2025 тикшерелгән.
  16. Тюменцам запретят посещать городские леса. СПИСОК (26 март 2025). 26 март 2025 тикшерелгән.
  17. К глобальным таежным пожарам готовятся в Хабаровском крае (10 апрель 2025). 10 апрель 2025 тикшерелгән.
  18. В Хакасии из-за пожаров и сильного ветра объявили режим ЧС (5 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  19. 60 пожаров, один пострадавший - огнеборцы Хакасии об итогах штормовой субботы (6 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  20. Специалисты МЧС ликвидировали более 30 ландшафтных пожаров в Хакасии (6 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  21. Названы все территории Хакасии, где из-за ветра бушевали пожары (6 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  22. Леса в Хакасии горели из-за подростков и искр от тепловоза (14 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  23. Масштабные пожары охватили Хакасию (21 апрель 2025). 23 апрель 2025 тикшерелгән.
  24. В Хакасии за день потушено шесть ландшафтных и техногенных пожаров (19 апрель 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
  25. В Бурятии в связи с лесными пожарами объявили режим ЧС (13 май 2025). 13 май 2025 тикшерелгән.
  26. Жителей поселка в Бурятии эвакуировали из-за лесного пожара (28 май 2025). 28 май 2025 тикшерелгән.
  27. 1 2 Лето будет жарким: сложную обстановку с лесными пожарами ожидают в Якутии. https://ysia.ru. ЯСИА (27 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
  28. В Туве в связи с усложняющейся лесопожарной обстановкой готовятся ввести особый противопожарный режим
  29. В Тыве ввели режим ЧС из-за крупного лесного пожара

Категориялар