Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963 йыл)[1] — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, сәсән, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018)[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019). Тел төрлөлөгөн һаҡлаған өсөн Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «КЛЮЧЕВОЕ СЛОВО» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаты (2020). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022)[3].

Биографияһы

Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1970—1979 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә (хәҙерге ваҡытта Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә) белем ала.

1979—1983 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизациялау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.

1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1985—2001 йылдарҙа Мәсетле районында эшләй.

1999 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс-иҡтисад институтын тамамлай.

2001 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Хеҙмәт юлы

1985—1998 йылдар — механик, инженер-проектировкалаусы, инженер-программист вазифаларын башҡара, Мәсетле районы статистика бүлегенең етәксеһе.

1998—2001 йылдарҙа Мәсетле биләмәһе статистика бүлегенең етәксеһе була.

2001—2003 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Статистика буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.

2003—2005 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Статистика комитеты етәксеһенең урынбаҫары.

2005—2023 йылдар — Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.

Бер үк ваҡытта төп эше менән берлектә 1-се Оло-Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында, Хеҙмәт Һәм социаль үҫеш министрлығының Мәскәү дәүләт социаль университетында уҡыта[4].

2023 йылдан «РУВИКИ» Рәсәй интернет-энциклопедияһының төбәк бүлектәре менән эште координациялау бүлеге етәксеһе, 2024 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

фоторәсемдәр

Ижады

Ижады жанр төрлөлөгө менән айырыла. Башҡорт фольклор традицияларына, атап әйткәндә, бәйет, ҡобайыр, әйтеш жанрына мөрәжәғәт итә. Шиғриәтенә гражданлыҡ, лиризм хас. Публицистикала тарихи, әхләҡи-этик проблемалар, кеше яҙмыштарын яҡтырта. Ижадының төп темаһы — шәхестең ата-бабалар хәтере алдында яуаплылығы, рухи ҡиммәттәргә тоғролоҡ, тыуған еренең данлыҡлы үткәне менән ғорурланыу, туған телдең киләсәге өсөн борсолоу. «Реальные истории старого служака из Кряжа» мемуар-хикәйәләр йыйынтығының идея-йөкмәткеһе: «армия — тормош мәктәбе», «илһөйәрлек рухы» хәҙерге заман актуаль проблемаларының береһе.

4 китап, 18 фәнни хеҙмәт авторы:

китаптары
башҡа баҫмалары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)
  • Статистика отличнигы (2010).
  • «Совет Армияһы отличнигы» билгеһе (1985).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
  • 2014, 2018 йылдар Вики-Премияһы лауреаты.
  • «Хеҙмәт ветераны» исеме ()
  • Росстаттың Почет грамотаһы (2022)

Иҫкәрмәләр

  1. Гатауллин Рустам Шакирьянович. Единый республиканский бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2023.
  2. У нас — пополнение! Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан». Официальный сайт. 2018, 2 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2018)
  3. Гатауллин, Рустам Шакирьянович. Финансовый университет: годы и люди. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2023.
  4. Зухра Ганиева. Педагогическая династия Гатауллиных. газета «Мечетлинская жизнь» (6 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2024.
  5. В России запускается энциклопедия «Рувики». Ее создатель — о хейтерах и о том, почему ее не стоит путать с «Википедией». Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2023.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә