Сабитов Әхмәҙулла Нурғәли улы

Сабитов Әхмәҙулла Нурғәли улы (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса Нурулла, Нуриман улы) (1905 йыл1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерисы, ҡыҙылармеец. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе Большая Поляна районында (хәҙер Липецк өлкәһе) хәбәрһеҙ юғала)[2]

Биографияһы

Әхмәҙулла Нурғәли (Нурулла) улы Сабитов 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Мотал ауылында тыуа. 15 йәшенән тыуған колхозында эшләй, Мәскәүгә уҡырға китер алдынан күпмелер ваҡыт колхоз вәкиле була. Табип дипломын алғандан һуң Йомағужа район һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш табибы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың башында Йомағужа район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се атлылар кавалерияһы дивизияһында генерал Таһир Кусимов етәкселегендәге 294-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[3]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Большая Поляна районында һәләк була. Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһенең) 2-се Тербуны ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[4].

Һылтанмалар