Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы

Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы (рус. Садыков Акмар Садыкович) 1902 йыл — яҡынса 13 июль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.

Биографияһы

Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Мәсетле районы Ҡыҙылбаш ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 115-се кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында автоматсы булып хеҙмәт итә[1]. Курск өлкәһендә барған ҡыҙыу һуғышта алған яраларынан 1943 йылдың 13 июле тирәһе һәләк була. Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһенең) Тербун районының Алешки ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[2].

Һылтанмалар