Садовский Алексей Владимирович
Биографияһы
Садовский Алексей Владимирович 1924 йылда хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуа. 1943 йылда Күгәрсен район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә[1]. Хәрби хәрәкәттәр барышында ҡыҙылармеец Садовский Алексей Владимирович, батарея командирының элемтәсеһе булараҡ, полктың команда пункты менән һәр ваҡыт яҡшы бәйләнеш тәьмин итеүе өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Ҡыҙылармеец Садовский Алексей 1944 йылдың 19 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған яуҙа һәләк була. Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Сколодин ауылында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САДОВСКИЙ Алексей Владимирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Садовский Алексей Владимирович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)