Самсоненко Владимир Власович

Самсоненко Владимир Власович (1905 йыл (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 1915 йыл[1]) — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Самсоненко Владимир Власович 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы Алексеевка ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бишбүләк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 97-се уҡсылар полкы; 206-сы фронт запас уҡсылар полкы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы ездовойы булып хеҙмәт итә[2]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы штабында хеҙмәт итеүе осоронда 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Полесье өлкәһендә хәбәрһеҙ юғала. Шәхси составтың мәғлүмәттәр ҡағыҙында Самсоненко Владимир Власович тураһында эшелондан тороп ҡалған тип күрһәтелә[3].

Ғаиләһе

Юғалтыуҙар тураһындағы мәғлүмәттә Башҡортостандың Бишбүләк районы Алексеевка ауылында йәшәгән ҡатыны Евгения Федоровна Самсоненко күрһәтелгән.

Һылтанмалар