Сапожников Геннадий Георгиевич
Геннадий Георгиевич Сапожников (1955 йылдың 4 апреле, Биктимер, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәйҙең инженер-механигы, йәмәғәт эшмәкәре. 2003 йылдан «„Подводник-1“ производство предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Биографияһы
1955 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Краснокама районы Биктимер ауылында тыуған[2].
Саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғандан һуң, 1975 йылда Нефтекама ҡалаһы ҡотҡарыу хеҙмәтендә водолаз (рус.)баш. булып эш башлай, артабан 1976—1983 йылдарҙа ҡотҡарыу хеҙмәтенең начальнигы була[2].
1983—1988 йылдарҙа Мәскәү технология институтында уҡый, унда «еңел сәнәғәт машиналары һәм аппараттары» һөнәре һәм «инженер-механик» квалификацияһы буйынса юғары белем ала[3].
1992—2003 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ының тармаҡ предприятиеһы — «Подводник» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директоры булып эшләй. 2003 йылдан — «„Подводник-1“ производство предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының бер нисә саҡырылыш советы депутаты. Һуңғы бишенсе саҡырылышта — советтың Сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса даими комиссия ағзаһы була. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайланыу менән бәйле 2023 йылдың сентябрендә ҡала советы депутаты вәкәләтлектәре бирелгән ғаризаһына ярашлы ваҡытынан алда туҡтатыла[4].
- 2023 йылдан — бер мандатлы 17-се Юбилейный һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламентта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының фракция[2], етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты[5] һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Электрон система ярҙамында тауыш биреү барышын контролдә тотоу буйынса комиссияһы ағзаһы[6].
- «Атайсал» проектының әүҙем ҡатнашыусыһы. Үҙ округында юлдар һалдырыу, һыу үткәреү, төҙөлөш материалдары, техника менән ярҙам күрһәтә. Махсус хәрби операция биләмәһенә «УАЗ» машинаһы алып оҙата, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә.
- 2024 йылда Донецк Халыҡ Республикаһының республика онкология үҙәгенә эксперт класындағы уникаль УЗИ аппаратын бүләк итә[7].
Ғаиләһе
- Өйләнгән. Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
- Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалы;
- Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡаҙаныштар өсөн» күкрәк билдәһе;
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты[2].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024)[8][9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Депутаты. Сапожников Геннадий Георгиевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Сапожников Геннадий Георгиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Лица Партии. Сапожников Геннадий Георгиевич. Официальный сайт партии «Единая Россия». Местные отделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ О досрочном прекращении полномочий депутата Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан пятого созыва Сапожникова Геннадия Георгиевича. Решение Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Совет городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по аграрным вопросам, экологии и природопользованию. Сапожников Геннадий Георгиевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комиссия Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по контролю за ходом голосования с использованием электронной системы. Сапожников Геннадий Георгиевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Гуманитарная миссия: Современный УЗИ-аппарат для ДНР от депутата Башкортостана Депутат Госсобрания — Курултая от «Единой России». Официальная страница партии «Единая Россия» в ОК (7 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Глава Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды работникам строительного комплекса республики. Глава Республики Башкортстан. Официальный сайт (7 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Список награждённых государственными наградами Республики Башкортостан (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2026) (рус.)