Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы (рус. Саптарьянов Ахметвали Газизьянович (1915 — ?)) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.[1][2]
Биографияһы
1915 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Хәйбулла районы Аҡназар ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың июнендә Хәйбулла районы военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафратына саҡырыла. Һуғыш ваҡытында 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһының «Смерш» дивизионының конрразведка взводында хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында арестанттарҙы һәм тотолғандарҙы һаҡлау һәм конвоирлау хеҙмәтен башҡара. 1945 йылда демобилизациялана.[1]
Саптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улы 1975 йылдың 8 майында вафат була (ветерандың ейәне Айгөл Саттарова Бәйләнештә социаль селтәрендәге пост).
Наградалары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[2][3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии
- ↑ 1 2 Документы о награждении
- ↑ Дорога памяти. Музейный комплекс 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.