Сарк

Сарк — Ла-Манштың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур булмаған утрау. Утрау — Бөйөк Британия юрисдикцияһы аҫтындағы Норманд утрауҙарының береһе, Гернси биләмәһе,

Утрау халҡы — 600 тирәһе кеше (2002). Сарктың үҙ флагы бар. Утрауҙа автомобилдәр тыйылған, велосипед һәм атлы экипаж рөхсәт ителгән. Утрауҙа йәшәүселәр трактор менән файҙалана ала. Моторлы транспорт саралары тик пенсионер һәм инвалидтар өсөн генә.

Утрау ике өлөштән тора: Ҙур Сарк утрауы һәм Кесе Сарк утрауы. Ике утрау тар ғына ҡаялы муйын менән тоташҡан.

Утрау халҡының күп өлөшө инглиз телендә һөйләшә. Элегерәк норманд теленең саркс диалектында һөйләшкәндәр (ҡайһы саҡта француз теленең диалекты тип иҫәпләйҙәр). 1998 йылға тиклем сарксс диалектын утрауҙа йәшәүселәрҙең 20%-нан аҙырағы белә.

Сарк Европала феодализмдың иң һуңғы таянысы. Барлыҡ файҙаланырға яраҡлы ерҙәр бер кешенеке — синьорҙыҡы. Ул үҙ ҡарамағындағы ерҙәрҙе ҡуртымға бирә. Был тәртип 2008 йылдың апреленә тиклем дауам итә.[1]

XVI быуатҡа тиклем утрауҙа кеше йәшәмәгән. Ниндәйҙер ваҡыт монах общиналары көн күргән. Утрау, шулай уҡ пираттар өйөрө урыны булыуы менән билдәле.

XVI быуатта Елизавета I указы буйынса утрауға 40 килеп төшә.

1940-сы йылдарҙа Норманд утрауҙарын (шул иҫәптән Саркты) Германия баҫып ала. Утрауҙа феодаль система 2008 йылға тиклем һаҡлана. Сарк властарын Евросоюзда даими рәүештә тәнҡитләйҙәр. 2008 йылдың апреленде сеньорлыҡ бөтөрөлә.

Галерея

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр