Норманд утрауҙары

Норманд утрауҙары (рус. Нормандские острова, ингл. Channel Islands, франц. îles Anglo-Normandes, îles de la Manche, норманд. Îles d'la Manche) — ике ҙур утрауҙан — Джерси һәм Гернси, бер нисә ваҡ һәм күп һанлы утрауҙарҙан һәм ҡаяларҙан торған утрауҙар төркөмө. Архипелаг Нормандия ярҙарында урынлашҡан.

Географияһы

undefined

Джерси һәм Гернси утрауҙары Британия монархияһы юрисдикцияһында, әммә Бөйөк Британия йәки ЕС составына инмәй, әммә Европа берлегенең таможня территорияһы составына инә[1]. Архипелагтың көньяҡ өлөшө — Шозе архипелагы — Франция сигендә (Манш департаменты) урынлашҡан.

Утрауҙарҙың майҙаны — 198 км²: (Гернси — 78 км², Джерси — 118 км², Шозе — 0,65 км²).

Тарихы

undefined

Джерси утрауында неандерталецтарҙың күп йыллыҡ торағы[2], ут тәьҫире эҙҙәре булған мамонт һөйәктәре табылған[3]. 1910—1911 йылдарҙа Ля-Котт-де-Сен-Брелад (фр. La Cotte de St. Brelade) тораҡ пункты янында табылған 3 неандерталец теше хәҙерге кешеләрҙең тештәренә күп яҡтан оҡшаш һыҙаттарына эйә һәм яҡынса 48 мең йыл элек барлыҡҡа килгән[4]. Лондондың тәбиғәт тарихы музейы профессоры Крис Стрингер хәбәр итеүенсә, тештәрҙең гибрид сығышлы булыуы тураһындағы версияны палеогенетиктар тикшерә, улар тештәрҙән ДНК алырға тырыша[5][6].

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 6000 йылдарҙа диңгеҙ кимәле күтәрелә һәм Ла-Манш барлыҡҡа килә. Бөйөк Британиянан һуң Нормандияның бер өлөшө континенталь Европанан айырыла һәм Гернси һәм Джерси утрауҙарына әйләнә[7]. Һуңыраҡ уларҙың ярҙарында неолит ҡәбиләләре төпләнә, улар дольмендар (таш өҫтәл) һәм менгирҙар (тораташтар) төҙөй.

933 йылда Нормандия утрауҙары Нормандия герцоглығы составына инә. 1066 йылда Нормандия герцогы Англия короле Вильгельм I булып китә. 138 йылдан һуң король Иоанн Ерһеҙ Нормандия герцоглығының ҙур өлөшөн юғалта, әммә Нормандия утрауҙары инглиз хакимлығы аҫтында ҡала.

Утрауҙар Бөйөк француз революцияһынан һуң Һәм һуңыраҡ (атап әйткәндә, Виктор Гюго өсөн) Франциянан сәйәси эмигранттар өсөн һыйыныу урыны була.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Норманд утрауҙары Бөйөк Британияның Германия оккупациялаған берҙән-бер территорияһы була. Британия ғәскәрҙәре, 1940 йылдың июнендә, хәрби хеҙмәт йәшендәге йәштәрҙе һәм балаларҙы эвакуациялап, утрауҙарҙы ташлап китә. Утрауҙар 1945 йылдың 8-9 майында ғына азат ителә, ә Олдерниҙағы немец гарнизоны 16 майға тиклем ҡаршылыҡ күрһәтә[8][9].

До настоящего времени продолжается спор между Великобританией и Францией из-за необитаемых островков Менкье и Экреу. В 1953 года британский суверенитет над ними был подтвержден Международным судом ООН, но в конце XX века спор разгорелся вновь, так как на континентальном шельфе островов были обнаружены значительные запасы нефти и газа[10].

Халҡы

Утрау халҡы 163 857 кеше тәшкил итә (2012). Иң ҙур ҡалаһы — Сент-Хелиер (французса әйтелеше — Сент-Элье).

Милли составы (2008):

Иҡтисады

Утрауҙарҙа малсылыҡ һәм балыҡсылыҡ үҫешкән.

Иҫкәрмәләр

  1. Коронные владения Англии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2009. Архивировано 5 апрель 2009 года.
  2. Почему неандертальцы так любили пещеры на острове Джерси? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2021. Архивировано 30 декабрь 2016 года.
  3. Неандертальцы не загоняли мамонтов на скалу на острове Джерси. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2021. Архивировано 12 август 2018 года.
  4. Tim Compton et al. The morphology of the Late Pleistocene hominin remains from the site of La Cotte de St Brelade, Jersey (Channel Islands) (ингл.). www.sciencedirect.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2021. Архивировано 5 февраль 2021 года. // Journal of Human Evolution. Volume 152, March 2021
  5. Ancient Jersey teeth find hints at Neanderthal mixing (ингл.). www.bbc.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2021. Архивировано 4 февраль 2021 года., 1 Feb 2021
  6. В зубах с острова Джерси нашли следы скрещивания неандертальцев с Homo sapiens. www.bbc.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2021. Архивировано 5 февраль 2021 года., 1 февраля 2021
  7. La Cotte Cave, St Brelade (ингл.). Société Jersiaise. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2007. Архивировано из оригинала 23 март 2008 года.
  8. History of the Channel Islands
  9. Channel Islands — History and Culture
  10. Channel Islands

Һылтанмалар